Ҡасандыр ҡулына ҡорал алып, илде дошмандарҙан азат иткән ҡартатайҙар кеүек, бөгөнгө быуын да Ватан һағына баҫты. Тимәк, 85 йыл элек ҡаһармандарҙың ҡойған ҡаны, килтергән ҡорбаны бер ҙә юҡҡа булмаған. Бөгөн ейәндәре, бүләләре уларҙың юлын дауам итеп, неонацистар менән алыша икән, Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!
Бер үк ерҙе азат иткәндәр
Ағурҙа ауылынан Нурислам Мөхәмәтдин улы Бикмөхәмәтов (1923-1967) Бөйөк Ватан һуғышында яу юлын 67-се зенит дивизияһының 1994-се зенит артиллерия полкында үткән. Дошмандар менән алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалы менән наградланған. "Память народа" сайтында артиллерист Бикмөхәмәтовтың батырлығы хаҡында ошолай яҙылған: «...4 октября 44 г. при нападении танков противика на батарею мужественно принял бой и слаженной работой в расчете своим орудием уничтожил танк противника типа "ТИГР" ...»
Украина ерендә илебеҙҙе фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙең ейәне Рифат та бер нисә йыл инде неонацистар менән алыша.
– Бынан 80 йыл элек ҡартатайым яулаған тыныслыҡҡа янаған хәүефте күреп тыныс ҡала алманым. Ныҡлы ҡарарға килдем һәм үҙ теләгем менән яңы туплана башлаған Шайморатов исемендәге батальонға ҡушылдым, – ти "Бик".
Махсус хәрби операцияның тәүге айҙарынан тигәндәй алғы һыҙыҡта булған яҡташыбыҙ ҡаһарман ҡартатаһының юлын ысынлап та лайыҡлы дауам итә. Бөгөн "Бик" Суворов, "Хәрби хеҙмәттәре өсөн", ике тапҡыр Шайморатов, "Хәрби хәрәкәт ветераны", "Украиналағы МХО-ла ҡатнашыусы водитель" миҙалдарына лайыҡ. Уға шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров исемле сәғәт тапшырҙы.
"Бик"ка ла ҡаһарман ҡартатаһы һымаҡ Еңеү менән әйләнеп ҡайтырға, киләсәк быуынға илһөйәрлек өлгөһө булып, лайыҡлы алмаш тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерергә яҙыһын!
Әлмира Әйүпова.
Ҡартаһының Еңеүле юлын дауам итә
Ярғайыш ауылынан Сәләхетдин Камалетдин улы Хөсәйенов Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үтә. Ул – атлы дивизияла хеҙмәт итеп, тыуған еренә Еңеү менән ҡайта. Тыныс тормошта ғаилә ҡороп, хәләл ефете менән алты балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн уның Еңеүле юлын ейәнсәре (бүләсә ре?) Русалина дауам итә.
Иҙелбәк ауылы ҡыҙы Русалина Ҡәҙербәкованың махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән барыуына бер йыл. Бала саҡтан медицина хеҙмәткәре булып уйнарға яратҡан ҡыҙ, хыялын тормошҡа ашырып, Медногорскиҙа шәфҡәт туташына уҡып сыға. Санкт-Петербургта тиҙ ярҙам станцияһында эшләп йөрөгән ҡыҙға махсус хәрби операцияға барырға тәҡдим итәләр.
– Ҡыҙым МХО-ға йыйыныуын китеренә 16 көн ҡалғас ҡына әйтте. “Әсәй, мин бит медик. Ил алдындағы бурысымды үтәгем килә”, – тине. Кире ҡаҡҡыһыҙ итеп әйтте. Миңә бик ҡыйын булды, ҡыҙымды йәлләнем. Ебәрҙем, әммә йөрәгем һаман әрней. Хәҙер улар бит унда икәү: ҡыҙым һәм кейәүем. Ҡыҙымдың улы Ғамир ҙа әсәһен һағынып көтә, – ти Русалинаның әсәһе Суфия апай.
Русалина буласаҡ тормош иптәшен дә МХО-ла осрата. Яраланып госпиталгә килтерелгән Ҡырым егете Денис менән бер-береһен тәү күреүҙән оҡшаталар. Йәштәр ялға ҡайтҡанда Иҫәнғолға килеп, никахтарын рәсмиләштергән, яҡындарын йыйып, туй үткәргән.
Әле Русалина яралыларҙы Мәскәү, Санкт-Пектербург госпиталдәренә ташыған поезда хеҙмәт итә. Уға ялан шарттарында ла яугирҙәргә ярҙам күрһәтергә тура килә. Шулай итеп ул ҡартатаһы Сәләхетдиндең еңеү юлын лайыҡлы дауам итә.
Айгөл Ҡылысбаева.
Ҡартаһының юлдарынан бара
Ишмырҙа Ғибаҙулла улы Хәмитовҡа Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, 25 июндә повестка килә. Ул бер нисә ауылдашы менән бесән эшләп йөрөгән еренән фронтҡа юллана. Армияла тимер юл ғәскәрҙәрендә стрелок булып хеҙмәт иткән Ишмырҙа олатай фронтта ла тимер юл ремонт ғәскәрҙәре батальонына эләгә. Ул фашист илбаҫарҙарына ҡаршы 1-се Украина, 2-се Украина һәм Карел фронттарында алыша, ошо уҡ батальон составында япон империалистарына ҡаршы ла һуғыша.
Ефрейтор Ишмырҙа Ғибаҙулла улын әйтерһең дә Хызыр Ильяс үҙе һаҡлап йөрөтә. Бер тапҡыр ҙа яраланмай һәм контузия алмай, тыуған ауылына ҡатыны Мәрзиә янына 1946 йылдың 18 ноябрендә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип итә. Хәмитовтар туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, 58 йыл бергә матур тормош кисергән. Ватан һуғышы ордены, “1941-1945 йылдарҙағы һуғышта Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградланған яугир оҙон ғүмер кисереп, 87 йәшен тултырып, 1997 йылда вафат булған.
Бөйөк Ватан һуғышы яугире Ишмырҙа Ғибаҙулла улы Хәмитов йәш быуынға, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ейәне “Муха” – Ринат Ишмөхәмәтов өсөн дә ҡыйыулыҡ өлгөһө булып тора.
– Ишмырҙа ҡартайым кеүек миңә лә илебеҙҙәге тыныслыҡ хаҡына көрәшергә яҙған. Ул да тап ошо Украина ерҙәрендә лә һуғышҡан, – ти кесе сержант Ринат Ишмөхәмәтов.– Нисәмә йылдар үтһә лә беҙҙе бер маҡсат берләштерә – дошмандарға алға үтеп инергә юл бирмәҫкә!
2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ әле Херсон йүнәлешендә гранатометсы ярҙамсыһы булараҡ сикте дошмандан һаҡлай, ил алдындағы антына тоғро ҡала.
80 йыл элек Еңеү яулап, илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтарған ҡаһарман ҡартатаһы Ишмырҙа Ғибаҙулла улы кеүек “Муха” ла ҡыҙҙары Наҙгөл һәм Ынйының һәм киләсәк быуындарҙың именлеге хаҡына махсус хәрби операциянан Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!
Зәлиә Байғусҡарова.
Ҡаһарман рухы мәңгелек
Юлдаш ауылы егете Шәмселхаҡ Бикбулатов 1939 йылда көнсығышҡа хеҙмәткә алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән көнбайышҡа килеп, дошманға ҡаршы үҙен аямай көрәшә. 1942 йылда артиллерист ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Шул ваҡытта бер грузин табибы уға:
– Һин бит башҡорт – Салауат тоҡомонан! Ҡулыңды ҡырҡтырырға бирмә, түҙ. Тыныс тормошта уң ҡулың ярҙамсы булыр! – тип әйтә.
Ҡулын ҡырҡтырырға бирмәй, әммә ул кәкерәйеп, ҡатып ҡала. Артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылған яугир тыуған яғына ҡайта, Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Өр-яңынан йәшәргә өйрәнә: бөтә нимәне лә һул ҡул менән эшләргә тура килә. Етмәһә, тәнендәге ярсыҡ урындары һыҙлауҙан туҡтамай...
– Атайымдың тәненән тутығып бөткән бер ус тимер ярсыҡтар алыуҙары бөгөнгөләй хәтеремдә. Арҡаһында бер тигеҙ урын юҡ ине – яра эҙҙәре... Шул тиклем һыҙланып йәшәне ул, – тип әсенеп хәтерләй яугирҙең Таҙлар ауылында йәшәгән ҡыҙы Сания инәй.
Уҡытыусы Шәмселхаҡ Арслан улы ауылдың абруйлы, ихтирамлы кешеһе була. Һул ҡул менән булһа ла күптәрҙең өй тышын таҡта менән яба – ҡулы оҫта була. Сепаратор, теген машинаһы тиһеңме – барлыҡ кәрәк-яраҡты тап ул йүнәтә. Һүрәтте лә бик матур төшөрә! Һунарға йөрөүгә әүәҫ була.
"Батырлыҡ өсөн", "Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән Шәмселхаҡ олатай ҡатыны менән һигеҙ балаға ғүмер биреп, лайыҡлы тәрбиәләйҙәр. Ул һәр ваҡыт балаларын:
– Алдамағыҙ, урламағыҙ, кешегә һәйбәт булығыҙ! Гел дөрөҫтө генә һөйләгеҙ, – тип өйрәтә.
Шәмселхаҡ Арслан улы Бикбулатов 1988 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була. Ваҡыты-ваҡыты менән һыҙлаған, ҡайһы берҙә түҙә алмаҫлыҡ ғазап сәбәбе булған башындағы ярсыҡ яугир менән бергә уның һуңғы төйәгенә юллана...
Яугирҙең лайыҡлы тәрбиә алған дүрт улының барыһы ла ир-егет бурысын үтәй: хәрби хеҙмәт юлын үтә. Әле Шәмселхаҡ олатайҙың рухы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы бүләһе Артур Ғәбдрәхимов менән сикһеҙ ғорурланалыр, моғайын. Взвод командиры "Пчелка" бына инде ике йыл ярым – беҙҙең тыныслығыбыҙ һағында.
– Махсус хәрби операцияға тиклемге Артур һәм бөгөнгө яугир “Пчелка” – ике төрлө кеше кеүек. Үҙем дә, донъяға ҡарашым да үҙгәрҙе. Хеҙмәт итеү еңелдән түгел, биләгән вазифам айырым яуаплылыҡ талап итә. Әммә, бирешмәйбеҙ! Еңеү ҡарт ҡартатайҙарға ла еңел бирелмәгән! – ти яугир.
"Хәрби батырлығы өсөн", Шайморатов, "Украиналағы МХО-ла ҡатнашыусы миҙалдары менән бүләкләнгән Артур Рафаэль улы хеҙмәтенең тәүге көндәренән үк барыһының да ихтирамын ҡаҙанды. Һуғышсан башҡорт рухлы, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ өлгөһө булған "Пчелка"ға ата-бабалары рухына артабан да тоғро ҡалып, Оло Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.
Айнә Иманғолова.
Фотолар шәхси архивтан.