Бүлмәгә ингәс тә һул яҡ стенала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фотоһүрәттәре урын алған. Фотоларҙы уҡыусыларҙың атай-әсәйҙәре матурлап, рамкаларға ҡуйып бирҙеләр.
«Был минең ҡартатайым, ә был минеке», - тип балаларҙың ҡыуанышыуҙары, ғорурланыуҙары үҙе ни тора. Фотоһүрәттәрҙең аҫтына Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, балаларҙың ҡул эштәренә күргәҙмә ойошторолдо.
Артабан һул яҡ стенала «Атай ҙа һалдат булған», «Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ», «Афған һәм чечня һуғышы ветерандары», «2025 – Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы» тигән стендтар урын алды.
Үрге Мәмбәтшә башланғыс мәктәбендә ошо уҡ көндә, 6 майҙа, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған уҡыусыбыҙ Биканов Данис Фәнис улының хөрмәтенә арналған таҡтаташ асылды. Был сараға ауылдаштар, МХО-ла ҡатнашыусы һалдаттарҙың ата- әсәләре, уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыйылды. Батыр һалдат Данис Фәнис улын иҫләп, тәүге уҡытыусыһы Әлфинур Шәрифҡол ҡыҙы, мәктәп директоры Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙы, мәрхүмдең әсәһе Розалия Лоҡман ҡыҙы уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәр менән бүлеште. Уҡыусылар батырҙарға үҙ хөрмәтен, рәхмәтен йыр-бейеүҙәр һәм шиғырҙар аша еткерҙе.
Был көн күҙ йәштәрһеҙ үтмәне, махсус хәрби операцияла һәләк булған уҡыусыларыбыҙ Ҡәҙербәков Марсель Сәлих улы, Ҡәҙербәков Ришат Рифат улы, Биканов Данис Фәнис улы, Ҡужанаҡов Вилнур Вил улы - һеҙ мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә! Урындарығыҙ ожмах түренән булһын, атай-әсәйҙәрегеҙгә сабырлыҡ🤲
Хәҙерге ваҡытта яу ҡырында йөрөгән ауылдаштарыбыҙ Ҡәҙербәков Владик Рифат улына, Ҡарасурин Дамир Таймас улына, Хөсәйенов Рәис Рафаэль улына иҫән-һау тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ әйләнеп ҡайтһын, күк йөҙөбөҙ аяҙ булһын тип , һүҙемде Мәлих Харистың шиғыры менән тамамлайым.
Яралынан аҡҡан ҡан кеүек,
Таң ҡыҙара офоҡ ситендә.
Һөжүм үтте. Тынлыҡ. Ял итә
Бәрелеш ҡыры туҙан, төтөндә.
Ләкин берәү таңды күрмәне:
Ул йәш егет Урал буйынан.
Ҡосҡан кеүек бала әсәһен,
Ҡалҡыу ерҙе ҡосоп йығылған.
Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан –
Һуңғы бүләк һөйгән еренә,
Айырыла алмай, изге тупраҡты
Үбә кеүек һаман ирендәр.
Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,
Һин миңә лә шулай күкрәп кил.
Батырҙарын иҫкә алғанда,
Онотмаһын мине лә Тыуған ил.
💗Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен.
Резида Әлимбәтова