1941 йылда фашист Германияһы яулап алған СССР территорияларында бик әүҙем рәүештә партизандар һуғышы киң йәйелдерелә башлай. Партизандар һәм подпольщиктар хәрәкәтен ойоштороуҙа СССР совпарткомының һәм Бөтә Союз коммунистар партияһының Үҙәк комитетының 1941 йылдың 29 июлендә сығарылған 624-се һанлы “Фронтҡа яҡын партия һәм совет ойошмаларының эше” дерективаһы тора. 1941-1944 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында партизандар һәм подпольщиктар отрядтары тарафынан бер миллиондан ашыу фашист һалдаттары һәм офицерҙары юҡ ителә, 4000 – танк, бронялы техника, 58 – бронепоезд, 12 мең – күпер, 65 мең – автомашина һәм 20 мең эшелон шартлатып, йәки яндырып юҡ ителгән.
Партизандар һуғышы Совет Армияһының 1945 йылда Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенә ҙур өлөш индергән. Бөйөк Ватан һуғышында 6200-гә яҡын партизан отряды ҡатнашып, уның сафында миллионға яҡын һуғышсы иҫәпләнгән. Ҡаһарманлыҡтары өсөн 184 мең партизан һәм подпольщик СССР-ҙың орден һәм миҙалдары менән бүләкләнеп, 249-ҙы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Ә легендар партизандар отряды командирҙары Сидор Андреевич Ковпак менән Алексей Федорович Федоровҡа ҡаһарманлыҡтары өсөн был юғары исем ике тапҡыр бирелә. Шулай уҡ беҙҙең Башҡортостанда Чехословакия территорияһында батырҙарса һуғышҡан “Ҡара генерал” Даян Мурзин, Вафа Әхмәҙиевтарҙың исеме партизандар отрядында ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә киң билдәле.
Беҙҙең Ейәнсура районын да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, партизандар отрядтарында ҡаһармандарса һуғышыусылар бар. Шуларҙың береһе Ғәфүр Абдулла улы Мусин. Ул 1902 йылда 6-сы Үҫәргән волосының Иҫәргәп ауылында тыуып үҫкән. 1920 йылғы Бөтә Союз ауыл хужалыҡтарын теркәү ҡағыҙҙары буйынса Ғәфүр Абдулла улы Рәхимғолов фамилияһы менән ул ваҡытта 143 йорттан торған Иҫәргәп ауылының беренсе йорт хужалығында теркәлгән. Ҡатыны 1901 йылғы Ғәмбәр Сәлмән ҡыҙы менән шул йылда уҡ өйләнешкән. Фамилияһының артабан Мусин булып үҙгәреүенә нәҫел-ырыуындағы Муса исемле бабайҙарының һәм шул йылдарҙа илебеҙҙә барған ҡайһы бер кешеләргә ҡағылышлы репрессиялар сәбәпле булып торғандыр, тип уйлайым.
Ғәфүр Абдулла улы Мусин ауылдаштары хәтерендә заманына күрә бик белемле һәм халыҡты ойоштороу һәләттәренә эйә булған шәхес булараҡ һаҡланған. 1928-1930 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафына алынып, Ҡыҙыл Байраҡлы Төркөстан хәрби округында атлы кавалерияла хеҙмәт итә. Урта Азияны “баҫмасыларҙан” таҙартыу һуғыштарында ҡатнаша. Батырлығы, ҡыйыулығы менән айырылып торған ҡыҙылармеец Мусинды коммунистар партияһына ағза итеп ҡабул итәләр. Хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтарылғас, ул ваҡытта Ейәнсура районының үҙәге булған Бәкәтәрҙә ауыл хужалығы ерҙәре буйынса етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Ғәфүр Абдулла улының хәтерләүҙәренән: “Мин район үҙәгенә килеп эште ҡабул итеп алғанда буш бүлмәлә бер ултырғыс менән өҫтәл генә ине. Ул ваҡытта ауылдарҙа яңы ғына ойошторлған колхоз, совхоз ерҙәренең ҙур әйләнеше мөнәсәбәттәрен ҙур ауырлыҡтар менән яйға һалдым. Йыш ҡына райондың хужалыҡтары саҡырыуы буйынса атта һыбай сабып китергә тура килә ине”. 1935 йылда Ейәнсура районы ҡабаттан бүленеү сәбәпле үҙенең районында ҡалып етәкселек вазифаларын башҡара.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ғәфүр Мусинға бронь бирелә. Ә 1941 йылдың 4 октябрендә ҙур улы Солтанды (1922 йылғы) фронтҡа оҙата. Тиҙҙән Солтан Калинин фронты йүнәлешендәге 21-се удар уҡсы бригада составындағы өсөнсө айырым уҡсы батальоны сафында ҡаты һуғыштарға инә. 1942 йылдың 1 мартында Смоленск өлкәһенең Мышиный Бор ауылы өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була.
ҙур улының фронтта һәләк булыуын ауыр кисерә Ғәфүр Абдулла улы. Бронен алдырып, үҙ теләге буйынса һуғышҡа китә. Тиҙ арала әҙерлек үткән ҡыҙылармеец Ғәфүр Мусин отделение командиры вазифаһында 169-сы уҡсы дивизияның 556-сы уҡсы полкы составында ҡаты һуғыштарға инә.
Сержант Мусин 1942 йылдың июнендә 28-се Армия составында Сталинград йүнәлешендәге Северный Донец йылғаһындағы плацдармда фашистарҙың өҫтөнлөклө көстәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Был ҡаты оборона һуғыштарында 169-сы уҡсы дивизия ҙур юғалтыуҙар кисерә. Күптәр ҡамауға ҡалып, һуғышырлыҡ боеприпастар етмәү сәбәпле, пленға төшә. Хәлһеҙ, яраланып ҡулға алынған совет һалдаттарын һәм офицерҙарын Смоленск ҡалаһындағы ДУЛАГ126-сы хәрби әсирҙәр лагерына алып килеп ябалар. Ошонда Ғәфүр Абдулла улы ауылдашы Зәкир Ҡотләхмәт улы Дәүләтшин менән бергә лагерь ғазаптарын кисерә. Ауылдаштар нисек булһа ла бер-береһен ташламаҫҡа һүҙ бирешә.
1943 йылдың август баштарында совет ғәскәрҙәре Смоленск ҡалаһына яҡынлай башлағас, беҙҙең хәрби ҡоллоҡтағы тере ҡалған яугирҙәрҙе эшелондарға тейәп, Германия, Италия тарафтарындағы үлем концлагерҙарына оҙата башлайҙар. Ә лагерҙан ҡасыу мөмкинлеге булмай. Ике ауылдаш тыңҡыслап тултырылған вагонда фашист конвойҙары һағы аҫтында сит илдәргә ҡуҙғала.
Ғәфүр Абдулла улы хәтирәләренән: “Эшелон ҡуҙғалып әҙерәк барғас та, беҙ – хәллерәк булған өс әсир, ҡасыу тураһында һөйләштек. Алдан хәстәрләп кемдеңдер лагерҙан йәшереп алып сыҡҡан бәләкәй ҡул бысҡыһы менән яйлап вагон иҙәнен быса башланыҡ. Кеше һыйырлыҡ тишек эшләгәс, төндә эшелондың тиҙлеге кәмегән ваҡытта шул тишек аша берәмләп рельстар араһына төшөп ятып ҡалдыҡ. Төнгө ҡараңғылыҡта һаҡлаусы конвоирҙар беҙҙе күрмәне. Хәлһеҙ йәки ҡыйыулыҡтары етмәгән әсирҙәр мал вагонында артабан эшелонда ките. Ауылдашым Зәкир ҙә улар араһында ҡалды. Ә минең улым Солтан һәм һәләк булған иптәштәрем өсөн үс алаһым бар ине”.
Бер-береһен саҡ эҙләп табышҡан өс совет әсире иртәгеһен үҙҙәренең Украинаның Жжитомир өлкәһендә икәндәрен аңлай. Уларҙың башында иң беренсе уй – ҡалайтып тамаҡ туйҙырып, өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙа һыуланған кейемдәрен киптереү була.
Оҙаҡ ҡына урман араһында аҙашып йөрөй торғас, бәләкәй генә украин ауылына килеп сығалар. Ентекләп күҙәткәс, ситтәге бер өйҙөң генә шәм яҡтыһын байҡап ҡалалар. Хәҙер әсирҙәр араһында һорау тыуа: кем ауылға разведкаға барып, аҙыҡ-түлек алып килә? Был мәсьәләне шыбаға тотошоп, өҫкә сыҡҡан башҡорт егете Ғәфүргә йөкмәтәләр. “Таныш булмаған ерҙә, бынан оҙаҡ йөрөй алмаҫыбыҙҙы уйлап, мин иң остағы өйҙөң тәҙрәһен туҡылдаттым. Өйҙән өлкән генә украин ҡатынының тауышы яуап бирҙе. Мин ауылда фашистарҙың булмауын һорашҡас, беҙҙе – өс совет һалдатын ашатып, кейемдәрҙе киптереп, ҡундыры ебәреүен үтенеп һораным. Хужабикә риза булды. Беҙ өсәүләп ул бешергән картуфты туйғансы ашағас, иртә таңдан ауылды ташлап сығып китергә һөйләштек. Сөнки совет һалдаттарын йәшереп тотҡан өй хужаларын фашистарҙың бер һүҙһеҙ атыу приказы бар икәнен белә инек. Беҙ таң атҡанда партизандарҙы осратыу маҡсаты менән урман эсенә юлландыҡ. Ләкин маҡсатыбыҙ тормошҡа ашманы, урман гиҙеп ныҡ арығас, тағы беҙгә ярҙам итеп ебәргән хужабикәнең өйөнә йыйылдыҡ. Әҙерәк йылынып, кибенеп хәл алғандан һуң, тағы урманға ҡуҙғалдыҡ. Унда оҙаҡ ҡына аҙашып йөрөгәндә ҡаршыбыҙға ике ҡораллы кеше осраны. Улар, баҡһаң, партизандар отрядының секретта торған һаҡсылары икән”.
Ҡырҡ үлем ғазабын кисергән әсирҙәр Каменец-Подольск подполье хәрәкәтенең Ф.М. Михайлов исемендәге партизандар отряды лагерына барып эләгә. Отряд командиры кисәге уҡытыусы Советтар Союзы Геройы Антон Одухи күп һорауҙар биреп әсирҙәрҙән ыңғай яуап алғандан һуң, уларҙы партизанлыҡҡа ҡабул итә. Уларҙы рота һәм взводтарға бүлеп, өҫ-баштарын рәтләп, поварға тамаҡтарын туйҙырырға ҡуша. Партизан Мусин менән иптәштәренә үҙҙәре өсөн шәхси ҡорал табыу хәрби бурысы ҡуйыла.
Үҙҙәренә ярҙамға бирелгән партизандар менән беренсе хәрби бурысты уңышлы үтәп сығалар. Юлда үтеп барған фашист мотоциклистарына засада ҡороп, юҡ итәләр, немец автоматтарын, гранаталарын ҡулға төшөрәләр. Шулай уҡ Ғәфүр Абдулла улы немец подсумкаһы эсенән партизандар һәм үҙе өсөн бик кәрәкле ҡырынғыс, ҡайраҡты ала. Был трофей әле лә Өфө ҡалаһында йәшәүсе 1939 йылғы улы Ирек Ғәфүр улы Мусиндың ғаилә архивында һаҡлана.
Партизан Мусин иптәштәре менән дошман тылында командование ҡуйған бик күп хәрби бурыстарҙы үтәй. Украина, Белоруссия территорияларында фашист оккупанттарын юҡ итеүгә ҙур өлөшөн индерә.
Партизан Мусиндың хәтирәләренән: “Бер көн командир минең төркөмгә хәрби бурыс ҡуйҙы. Яҡындағы бер ауылда фашистар бер өйҙә ҡунаҡхана ойоштороп байрам итәләр, халыҡтың аҙыҡ-түлеген, көнкүреш әйберҙәрен тартып алып, ҡайҙалыр оҙатырға әҙерләйҙәр. Баш-баштаҡлыҡ иткән гитлерсыларҙы юҡ итергә! Беҙ фашистарға улар йоҡлап ятҡанда һөжүм иттек. Тик бер генә гитлерсы ҡоралһыҙ, кейемһеҙ урман эсенә ҡасып өлгөрҙө. Беҙҙең төркөм ауылдағы булған халыҡты, немецтар йыйған аҙыҡ-түлекте бер юғалтыуһыҙ лагерға алып килеп еткереп өлгөрҙө. Хәрби бурыс теүәл үтәлде.
Ә икенсе ныҡ хәтерҙә ҡалған тулҡынландырғыс мәл легендар командир, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Сидор Андреевич Ковпак менән осрашыу булды. Был осрашыуҙың сәбәбе булып партизандар отряды командирының тиҙ рәүештә беҙҙең төркөмгә хәрби пакетты Ковпак отрядына тапшырыу ине”.
Партизан Мусин 1944 йылдың октябрь айында Совет ғәскәрҙәре Украинаны азат иткәс тикшереү үткәнгәндән һуң, Европаны фашист ҡоллоғонан азат итеү һуғыштарында ҡатнашып, 1945 йылдың ғинуар айында яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡан яугир Украинаның Житомин өлкәһендә 153-сө запас уҡсы дивизияһының 82 запастағы уҡсы полкында хәрби хеҙмәттә була.
Мусин Ғәфүр Абдулла улы ҡатыны Ғәмбәр Сәлмән ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Солтан (1922 йылғы) Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың март айында батырҙарса һәләк була. Икенсе улдары Салауат (1932 йылғы) тыл фронтында әсе тирен түгә, 1951 йылда фәжиғәле һәләк була. Ҡыҙҙары Сания (1937 йылғы) юғары уҡыу йортон тамамлап, балаларға белем бирҙе. Хәҙер пенсияла. Кесе улдары Эрик (1939 йылғы) районда ғына түгел, республикала танылыу алған шәхес. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.Күмертау ҡалаһында прокурор булып эш башлап, 1995-2003 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ике саҡырылыш депутат итеп һайланды. Суверенитет йылдарында Башҡортостан Республика Конституцияһы закондарын өлөш индерҙе. Ваҡыт тарлығына ҡарамай, әсәһен, туғандарын ҡарауға көс һалды. Һуғыштан һуң тыуған Роза (1947 йылғы) уҡып сыҡҡандан һуң төрлө эштәрҙә эшләй, хәҙер хаҡлы ялда.
Партизан Ғәфүр Мусиндың һуғыштан ҡайтып инеүен улы Эрик ағай ошолай хәтерләй:
- Ҡайтыуға оҙон юл үтеп, Ырымбур өлкәһенең Дубиновка станцияһында эшелондан төшөп ҡалған атайымды беҙҙең өйгә тиклем ул ваҡытта Абзан районының райсобесында бухгалтер булып эшләгән, ә һуңынан оҙон көйҙәр башҡарыу таланты менән танылып, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алған Сөләймән Әйүп улы Абдуллин үҙе ат егелгән ылау менән алып килде. Ныҡ хәтерҙә ҡалғаны шул: миңә бары алты йәш, Сөләймән ағай мине күтәреп алған да шаярта, ә мин һалдат сухарие кимерәм. Атайға өйҙә оҙаҡ ял итергә бирмәнеләр – Байыш ауылындағы Чкалов исемендәге колхозға рәйес итеп ҡуйҙылар. Ул ваҡытта һуғыштан һуң ауыл һәм колхоздар ныҡ бөткән ине. Бөтә ерҙә аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә, ир-егеттәр ҡулы етмәй...
Хәтерләйем, 1947 йылдың йәй айы. Бер көн атай өндәшмәй, һөйләшмәй генә ат екте лә мине ултыртып, иртә менән Ырымбур өлкәһенә юл тотто. Беҙ Чулпан ауылында колхоз рәйесе булып эшләгән Хисаметдин ағайҙарға килдек. Улар төнө буйы эш буйынса һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырҙы. Ә иртәгәһен беҙ Хисаметдин ағайҙың алдан беҙҙең колхоз эшселәре өсөн хәстәрләп, баҫыуҙағы һалам эҫкерте аҫтына йәшерелгән бер тоҡ арышты арбаға йәшереп тейәп, ҡайтыуға ҡуҙғалдыҡ. Юлда саң туҙаны күтәреп ылау килгәне күренһә, туғайға инеп йәшенеп ҡала инек. Йөктө ҙур ауырлыҡ төн еткәс кенә алып ҡайтып етеп, келәт мөдире Мәфтуха апай Ғөбәйҙуллинаға тапшырҙыҡ. Сөнки ул саҡта иң беренсе эшселәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең тамағын туйҙырырға кәрәк ине. Мәфтуха апай атайҙың ҡушыуы буйынса арышты услап ҡына өләшкән. Хәҙер, күп йылдар үткәс, атайым менән Хисаметдин ағайҙың колхозсыларҙың тамағын аҙна, ун көн ашатыу өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙарын аңланым. Ул заманда бер ус бойҙай өсөн ун йылға төрмәгә ябалар ине бит...
Ысынлап та, ауылдаштар хәтерләүенсә Бөйөк Ватан һуғышының бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған Ғәфүр Мусин ғәҙеллеге, тоғролоғо менән айырылып торған. Үҙенең ғаиләһенә колхозсыларҙан айырып бер тәғәм ризыҡ алып ҡайтмаған.
Колхоз рәйесе булып эшләү дәүерендә Ғәфүр Мусин һуғыштан һуң бөлгөнлөккә төшкән колхозды көрсөктән сығарыу буйынса күп эшләй, колхоздың фермаларын ҙурайтып, мал һанын күбәйтә. Ул эшләгән йылдарҙа сиҙәм ерҙәр үҙләштерелеп, һөрөнтө ерҙәр арттырыла. 1958 йылдан алып 1963 йылға тиклем, пенсияға сыҡҡансы, сельпо рәйесе йөгөн тарта. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, партизан Мусин Ғәфүр Абдулла улы 1967 йылда вафат була һәм Элмәле ауылында ерләнә.
Ришат Ҡыуатов.