Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
30 Май 2025, 10:11

Биш орденға лайыҡ ҡаһарман

Аҙағы. Башы https://ejansura.ru/articles/9may/2025-05-09/bish-orden-a-layy-a-arman-4227633

Моратовтың награда ҡағыҙынан.
Моратовтың награда ҡағыҙынан.

Гвардия майоры Моратов һуғыш юлын 15-се гвардия Харьков исемле Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ орденлы уҡсы дивизия составында дауам итә, Воронеж, Ялан фронттарында, Курск йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Уларҙың уҡсы дивизияһы 37-се Армия составында Украинаның Кривой Рог, ә 1944 йылдың февраль айынан Одесса алға барыу хәрби операцияларында ҡатнаша.

1941-1943 йылдарҙа Донбассты обороналау һәм Сталинград фронтында дошманды ҡулсаға алыу һуғыштарында ҙур батырлыҡ күрһәткән, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, яугирҙәрҙе сәйси әҙерлектә юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған гвардия майоры Моратов Ғәли Арыҫлан улын 1944 йылдың 23 майында Генераль штаб дерективаһы менән яңы ойошторолған 1-се гвардия штурмлаусы инженер сапер бригадаһының 34-се айырым ранецлы ут яуҙырыусы батальонына тәғәйенләйҙәр. II Белоруссия фронты йүнәлешендәге 1944 йылдың июнендәге ҡаты һуғыштарҙа гвардия майоры Лефашов Могилев ҡалаһы янында дүртенсегә яраланған. Медсанбаттан дауаланып сыҡҡан яугир һуғыш юлын 50-се Армия составында Белоруссияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Ҙур батырлыҡ күрһәтә.

34-cе айырым ранецлы ут яуҙырыусы батальоны командиры майор Абрамович майор Моратовты 1944 йылдың 14 авгусында Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим итеп яҙған награда ҡағыҙынан: “Белосток өлкәһе Августов районының Кугилла ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай Бжозуевка йылғаһы аша 1944 йылдың 9 авгусынан 12 авгусына тиклем дошмандың пулемет һәм миномет уты аҫтында майор Моратов яугирҙәре менән беҙҙең ғәскәрҙәрҙе ҡаршы яҡ ярға сығарыу өсөн күсермәле күпер эшләне. Иптәш Моратов юғары батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп һәр ваҡыт яугирҙәре янында булды, дошман позицияһынан 500 метр алыҫлыҡта булыуына ҡарамай, командование ҡуйған хәрби бурысты ваҡытында намыҫ менән үтәне. Совет ғәскәрҙәре һәм хәрби техникаһы тиҙ арала һалынған күсермәле күпер аша сығып фашистарҙы оборона позицияларынан ҡыуып сығарҙы, тар-мар итте.

Майор Моратов Тыуған ил алдындағы батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ”, – тип яҙа.

Беренсе гвардия штурмлаусы Могилев исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ һәм Кутузов орденлы инженер сапер бригадаһы командиры полковник Визиров һәм 50-се Армияның инженер ғәскәре командующийы полковник Мельников та Моратовҡа хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены биреүҙе раҫлап награда ҡағыҙына имза ҡуя. Әммә II Белоруссия фронты генерал-лейтенанты И.Болдин 1944 йылдың 14 октябрендәге 0466-сы приказы менән гвардия майоры Моратовҡа I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены тапшырыу тураһында ҡул ҡуя.

Батыр командир 1944 йылдың авгусында Белоруссияны фашист ҡалдыҡтарынан таҙартыу һуғыштарында бишенсегә яраланған. Госпиталдән һауығып сыҡҡас, уны II Белоруссия фронтының 49-сы Армияһына ҡараған 199-сы Смоленск исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ һәм II дәрәжә Суворов орденлы уҡсы дивизияның 584-се уҡсы полкына батальон командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Батальон командиры майор Моратов үҙенең яугирҙре менән 49-сы Армия составында 1945 йылдың ғинуарында Көнсығыш Пруссия, ә февраль-март айҙарында Көнсығыш Полирания хәрби операцияларында ҡатнаша. 1945 йылдың 21 февралендә Польшаның Черск ҡалаһын азат иткәндә гвардия майоры Моратов үҙенең уҡсы батальоны менән ҡалаға бәреп инеп, совет ғәскәрҙәренә алға барыу өсөн юл асҡан.

584-се уҡсы полк командиры полковник Яковлевтың уҡсы батальон командиры Моратовты наградаға тәҡдим итеп яҙған ҡағыҙынан: “1945 йылдың 19-20 февралендә Польшаның Черск ҡалаһы янындағы урман араһындағы һуғыштарҙы уҡсы полктың батальон командиры Моратов фашистарҙың ҡаршылығын һындырып үҙенең яугирҙәре менән оҫта маневр яһаны һәм беренсе булып ҡалаға бәреп инде. Бындай ҡапыл яһалған көтөлмәгән һөжүмдән ҡалалағы фашистар араһында паника башланды, дошман сигенде. Ҡыҫҡа ғына ураш һуғыштарынан һуң ҡала азат ителде, дошмандан таҙартылды. Гвардия майоры Моратов үҙенең шәхси өлгөһөнә ҡала өсөн барған һуғыштарҙа ҙур батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте. Александр Невский хәрби орденына лайыҡ”, – тип яҙа 1944 йылдың 22 февралендә. 199-сы Смоленск исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов орденлы уҡсы дивизия командиры генерал-майор М.Кононенко менән 121-се уҡсы корпусы командиры Советтар Союзы Геройы генерал-майор Смирнов та 1945 йылдың 27 февралендә майор Моратовҡа батырлығы өсөн Александр Невский хәрби ордены биреү ҡағыҙын раҫлай.

1945 йылдың 13 мартында гвардия майоры, 584-се уҡсы полктың батальон командиры Ғәли Арыҫлан улы Моратов II Белоруссия фронтының 49-сы Армия командующийы генерал-лейтенант И.Г. Гришиндың 022-се хәрби приказы менән Александр Невский хәрби ордены менән бүләкләнә.

Артабан ҡыйыу офицер, гвардия майоры Моратов II Белоруссия фронтының 49-сы Армияһы составында Польшаның Берент, Данциг ҡалаларын фашист баҫҡынсыларынан азат итеү һуғыштарында ҡатнашып, Германияның Берлин йүнәлешендәге хәрби операцияһындағы ҡан ҡойғос һуғыштарға инә. 199-сы Смоленск исемендәге уҡсы дивизияның “Донесение” журналындағы яҙмаларҙан: “534-се уҡсы полк 1945 йылдың 24 апрелендә Фридрихсталь ауылы йүнәлешендә ауыр һуғыштар алып бара, ауылды яулап алғандан һуң Вельзе йылғаһын кисеп 25 апрелдә Визельбров ауылына бәреп керҙе. Фашистар сигенеүҙәрен ҡаплау маҡсатында, совет ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаплау отрядтары ҡалдыра”.

Гвардия майоры Моратов хеҙмәт иткән дивизия 1945 йылдың 4 майында Эльба йылғаһына сығып союздаш ил һалдаттары, икенсе Британия Армияһы менән осрашып, Бөйөк Еңеүе ҡаршылай. Ошо аҙаҡҡы һуғыштарҙа офицер Ғәли Арыҫлан улы алтынсыға еңелсә яралана. 3286-сы эвагоспиталдә дауаланғандан һуң, 1945 йылдың июнендә һаулығын нығытыу маҡсатында ял бирелгән.

Фин-совет һуғышында ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышында II Белоруссия фронты составында Германияның Эльба йылғаһына тиклем һуғыш юлы үткән, алты тапҡыр яраланған, биш хәрби орден кавалеры, гвардия майоры Моратов Ғәли Арыҫлан улына 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәү ҡалаһында уҙған Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашырға насип була. Ә 1945 йылдың авгусында үҙе хеҙмәт иткән хәрби часы таратылғас, запасҡа сығарылған Моратовты Үзбәкстан ССР-ның Кашкадар өлкәһенә хәрби комиссар итеп эшкә тәғәйенләҙәр. Тәжрибәле офицер йәш быуынды Совет Армияһы сафына ныҡлы әҙерләүгә бөтә көсөн һала. Юғары уңыштарға өлгәшкән хәрби комиссар Моратов 1949 йылдың 20 июнендә СССР юғары Советы рәйесе Н.Шверниктың ҡарары менән “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалына лайыҡ була. Ә 1953 йылдың 20 апрелендә 1939-40 йылдарҙағы совет-фин һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бирелгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла.

1954 йылда Ғәли Арыҫлан улы Моратовҡа подполковник званиеһы бирелә һәм ул отставкаға сығып ғаиләһе менән үҙенең тыуған яғына – Ейәнсура районына ҡайта. Ҡатыны Рауза Ғайса ҡыҙы (Аҡмановтарҙың уҡытыусылар династияһынан) менән өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғәли Арыҫлан улының тормош юлындағы иң ныҡлы терәге – ҡәҙерле ҡатыны 1982 йылда мәрхүм була. Улдары Руслан (1942 йылғы), Клим (1950 йылғы) һәм Рөстәм (1958 йылғы) күптән инде мәрхүмдәр. 1948 йылда тыуған ҡыҙҙары Рәйлә Ғәли ҡыҙы Һатырау өлкәһенең Татищев ҡалаһында йәшәй.

Запастағы гвардия подполковнигы Ғәли Арыҫлан улы Моратов тыныс тормошта йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү буйынса бик актив эш алып бара. Иҫәнғол ауылында туғандары ярҙамы менән 1954 йылда өй һалып сыҡҡан, тыныс тормошта ирекле янғын һүндереү бүлеге етәксеһе булып эшләй. Ейәнсура район үҙәгендә үткәрелгән 9 май Еңеү парадтарында һәр ваҡыт ҡатнашҡан, үҙе һымаҡ һуғыш ветерандары менән осрашҡан. Оло Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндә уға алтынсы юбилей ордены – I Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены тапшырыла.

Эйе, бөтә ауылдаштары һымаҡ Моратовтар ғаиләһе лә Бөйөк Ватан һуғышында оло юғалтыуҙар кисерә. 1923 йылғы Кәлимулла Моратов та яуҙан әйләнеп ҡайтмай, Курск йүнәлешенләге һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғала. Атаһы һәм 1931 йылғы Хөрмәтулла ҡустыһы Оло Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көс, тир түктеләр. Бәләкәй генә Байдәүләт ауылында тыуып үҫеп юғары хәрби подполковник званиеһы алған, ике һуғышты ла башынан аҙағынаса үтеп алты тапҡыр яраланған, шулай уҡ алты хәрби орден кавалеры, 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл Майҙандағы Еңеү парадында II Белоруссия фронты йыйылма отряды флагы-штандарты аҫтында ҡатнашҡан, батыр, ҡыйыу “гвардеец”тың йөрәге 1994 йылда тибеүҙән туҡтай. Отставкалағы яугирҙе, һуғыш ветеранын Иҫәнғол зыяратында хөрмәтләп ерләйҙәр.

Ришат Ҡыуатов.

– Олатайымдың һөйләүҙәре буйынса шуны өҫтәп үткем килә. Совет-фин һуғышында олатайым үҙенең хәрби подразделениеһы менән командование ҡуйған хәрби бурысты үтәгән ваҡытта, фин снайперы пуляһынан арҡаһы бик ныҡ йәрәхәтләнә. Сөнки иң беренсе осраҡта финдар совет командирҙарын юҡ итергә тырышҡан. Беҙҙең санинструкторҙар төндә генә эт егелгән бәләкәй саналарҙа яралыларҙы сығара алған, шуға ла уға көнө буйы яралы килеш ҡар өҫтөндә ятырға тура килгән. Ошо яуҙағы ҡыйыулығы өсөн тәүге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирәләр. Беҙҙең райондан иң беренселәрҙән булып хәрби Ҡыҙыл Йондоҙ ордены алып, ялға ҡайтып килгән командирҙы бөтә ауыл сығып тантаналы ҡаршылайҙар. Ошо ҡайтҡанында Байдәүләткә яңы ғына уҡытыусы булып килгән Роза инәйем менән осрашып танышалар. Ә ялға икенсегә ҡайтҡанында, 1941 йылда, өйләнешәләр һәм инәйемде бергә хеҙмәт иткән еренә алып китә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Роза инәйем ҡырҡ михнәттәр кисереп, юлда поезд составында фашист самолеттары утына эләгеп, иҫән-һау ҡайтып төшә. 1941 йылда ҡаты һуғыштар ваҡытында олатайымдарҙың хәрби часы аҙаҡҡы боеприпастарына тиклем һуғышып, күптәр һәләк булғас, ҡамауға эләгеп, пленға төшәләр. Һалдаттарҙан дүрт офицерҙы айырып бикләйҙәр. Әммә тәжрибәле, нужда һурпаһын күп эскән офицерҙар юғалып ҡалмай, төндә яуған ямғырҙан файҙаланып, уларҙы һаҡлап торған часовойҙы үлтереп, үҙебеҙҙең яҡҡа сығалар. Шул ҡамауҙа ҡалғанында олатайым үҙенең беренсе хәрби Ҡыҙыл Йондоҙ орденын бер ағас төбөнә күмеп киткән була”.
Азамат Хөрмәтулла улы Моратов, Байдәүләт ауылы:
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас