Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Июнь 2025, 11:01

Асыҡланмаған батырҙар

Иван Павлович ПРОХОРОВ

Украинаның Каменец-Подольск ҡалаһындағы был һәйкәл уны азат итеп һәләк булған 7000-ләп яугир, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Иван Прохоров хөрмәтенә ҡуйылған була. Уны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йылда емерәләр...
Украинаның Каменец-Подольск ҡалаһындағы был һәйкәл уны азат итеп һәләк булған 7000-ләп яугир, шул иҫәптән яҡташыбыҙ Иван Прохоров хөрмәтенә ҡуйылған була. Уны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2022 йылда емерәләр...

Хәтер – мәңгелек. Бер нисә көндән фашист Германияһының илебеҙгә һуғыш иғлан итмәй баҫып инеүенә 84 йыл тула. Ә бөгөн, инде дүртенсе йыл Еңеү яулаған фронтовиктарҙың ейәндәре, бүләләре МХО-ла тыныслыҡ өсөн йәнен аямай. Беҙҙең фашизм килтергән оло юғалтыуҙы, ауырлыҡ, ҡан менән яуланған Еңеүҙе, ҡаһармандарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, Александр Невский хәрби ордендары менән билдәләнгән өлкән лейтенант Иван Прохоровтың да исеме юғалырға тейеш түгел.

Иван Павлович Прохоров 1913 йылда хәҙерге Яңыбай биләмәһенә ҡараған Георгиевка ауылында тыуып үҫкән. Башланғыс белемде үҙ ауылында алып, артабан күрше Калининскийҙа уҡыған. Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылғансы тыуған ауылында атаһының шәхси хужалығында ярҙам иткән.

Иван Прохоров 1934-1937 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас ауылындағы “Папанин” колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. 1939 йылдың 30 ноябрендә ҡапыл башланған совет-фин һуғышы тыныс тормошта йәшәп һәм эшләп йөрөгән беренсе категориялы хәрби иҫәптә тороусы егеттең артабанғы яҙмышына ҙур үҙгәреш килтерә. Запастағы ҡыҙылармеец Прохоров район военкоматы тарафынан тиҙ арала саҡыртыла һәм кесе командирҙар әҙерләүсе хәрби училищеға уҡырға йүнәлтелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда лейтенант Прохоров, награда ҡағыҙҙары буйынса, 1941 йылдың 22 июленән Көньяҡ-Көнбайыш фронт йүнәлешендә һуғышыуы билдәле. Киевты обороналауҙа ҡатнашҡанда ҡамауҙа ҡалып, унан 15 октябрҙә сығалар.

Взвод командиры Прохоров 189-сы запастағы армияның уҡсы полкында хәрби әҙерлек үткәс, 1942 йылдың 5 апрелдә 6-сы Армияның 0286-сы хәрби приказы нигеҙендә лейтенант Прохоров уҡсы рота командиры вазифаһына тәғәйенләнгән. 38-се Армия составына ингән 242-се уҡсы дивизияның 897-се уҡсы полкында Изюм йүнәлешендә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша һәм 10 майҙа икенсе тапҡыр яралана. Госпиталдән һауығып сыҡҡас яңынан үҙгәртеп ойошторолған 897-се тау уҡсы дивизияһы ингән 46-сы Армия составында һуғышҡа инә. 12 сентябрҙә лейтенант Прохоров өсөнсө тапҡыр яралана. Медсанбаттан сыҡҡан офицерға 10 декабрҙә 46-сы Армияның 0579-сы хәрби приказы менән өлкән лейтенант званиеһы бирелә.

Прохоров – 1943 йылдың 18 мартынан 107-се айырым уҡсы бригадаһында рота командиры. Ул апрелгә тиклем 9-сы Армия ингән Көньяҡ фронт йүнәлешендә Туапсе ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. Ә май айында юғалтыуҙарҙан һуң, яңынан тулыландырылған 127-се уҡсы дивизияның 555-cе уҡсы полкына 6-сы рота командиры итеп тәғәйенләнә. Өлкән лейтенант Прохоров 127-се уҡсы дивизия ингән бишенсе удар Армияһы составында Миусс йылғаһын обороналауҙа ҡатнашып, август айында Криницы ҡалаһын азат иткәндә дүртенсегә, был юлы инде ауыр яра ала. Госпиталдән сыҡҡас, өлкән лейтенант Прохоров II Украина фронтының беренсе гвардия армияһы составында Житомир ҡалаһын азат итеүҙә ҙур батырлыҡ күрһәткән.

555-се уҡсы полк командиры гвардия подполковнигы Застрожныйҙың 6-сы уҡсы рота командиры Прохоровҡа 1944 йылдың 3 ғинуарында яҙған награда ҡағыҙынан: “1943 йылдың 7 декабренән алып 31-енә тиклем алға барыу һуғыштарында үҙен ҡыйыу һәм ҡаһарман офицер итеп күрһәтте. Өлкән лейтенант Прохоров үҙенең шәхси өлгөһөндә алғы һыҙыҡта барған ҡаты һуғыштарҙа яугирҙәре алдында ҡурҡыу белмәҫ командир булараҡ айырылып торҙо. Үҙенең ротаһы менән ҡаты һуғыштарҙа дүрт гитлерсыны ҡулға алып, 80-дән ашыу фашист һалдатын һәм офицерын юҡ итте. Ленин-Сталин партияһы эшенә тоғро, Тыуған илде фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә йәнен, тәнен аямай һуғыша. Өлкән лейтенант Прохоров һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы өсөн хәрби Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ”, – тип яҙа.

Шул йылдың 22 ғинуарында 127-се Чистяков исемле уҡсы дивизия командиры полковник Говоровтың 03-сө һанлы хәрби приказы нигеҙендә өлкән лейтенант Иван Прохоров Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың ғинуар-март айҙарында Прохоров хеҙмәт иткән 127-се Чистяков исемле уҡсы дивизия 107-се уҡсы корпус составында һуғыштарға инә. 9 мартта алға барыу һуғыштарында батыр офицер бишенсегә яралана. Әммә һуғыш яланын ташлап китмәй, медсанбатҡа барыуҙан баш тарта.

Проскурово-Черноицкий хәрби операцияһында 5-се рота командиры Прохоров тағы ҙур батырлыҡ күрһәтә. 555-се уҡсы полк командиры гвардия полковнигы Застрожныйҙың хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим итеп яҙған награда ҡағыҙынан: “1944 йылдың 8 мартында Каменец-Подольский өлкәһенең Старая Константиновка янындағы 10 км тимер юлы разъезды өсөн барған төнгө һуғышта Прохоров һәм уның ротаһы яугирҙәре ҙур батырлыҡ күрһәтте. Ярым ҡамауҙа ҡалған рота командиры яугирҙәре менән дошмандың өҫтөнлөклө көсөнә ҡарамай, фашист контратакаларын кире ҡаҡты. Яраланыуына ҡарамаҫтан, яу яланын ташлап китмәне, хәрби бурыс үтәлде. Ҡыйыу һәм ҡаһарман офицер Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ”.

127-се Чистяков исемендәге уҡсы дивизия командиры полковник Говоров та Прохоровҡа Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыу ҡағыҙына ҡул ҡуя, ә 107-се уҡсы корпус командиры генерал-майор Гордеев награда ҡағыҙына II Дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены тапшырыуға төҙәтмә индерә.

Ә шулай ҙа I Украина фронтының беренсе гвардия Армияһы командующийы гвардия генерал-полковнигы Гречко 1944 йылдың 1 июндәге 031-се хәрби приказы менән өлкән лейтенант Прохоровҡа Тыуған ил алдындағы ҙур ҡаһарманлығын баһалап, юғары награда – Александр Невский ордены тапшырыу ҡағыҙына ҡул ҡуя. Әммә батыр офицерға хәрби был орденды алырға насип булмай. Ул совет Украинаһын фашист илбаҫарҙарынан азат итеп, 1944 йылдың 21 мартында батырҙарса һәләк була.

Атаһы Павел Степанович исеменә Тыуған илебеҙҙе азат итеү һуғыштарында улы, өлкән лейтенант Иван Прохоровтың батырҙарса һәләк булыуы, уның Украина ССР-ы Каменец-Подольск өлкәһе Хмельницкий районы Николаевка ауылында туғандар ҡәберлегенә хөрмәтләп ерләнеүе тураһында хәбәр ителеүе билдәле.

Яугирҙең 1902 йылғы ағаһы Петр Павлович та 1943 йылдың ғинуар айында һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғалған. Ә ағайҙары Николай (1904 йылғы) менән Гаврилға (1906 йылғы) иҫән-һау ҡайтырға насип була.

 

Әйткәндәй

Статистика иҫәп ҡағыҙҙары буйынса Бөйөк Ватан һуғышына тиклем 1939 йылда Ейәнсура районына ҡараған Георгиевка ауылында бөтәһе 456 кеше йәшәгән. Ауылда “Папанин” колхозы ойошторолған. Заманында ҙур ғына ауылдарҙан иҫәпләнгән Георгиевканан Бөйөк Ватан һуғышында 86 кеше ҡатнашҡан. Шулаҙың 75-е һуғыш яландарында һәләк булған, йәки хәбәрһеҙ юғалған. Тик 11 фронтовикка ғына тыуған ауылына ҡайтырға насип булған.

Иван Прохоровтың туғандарын күреү маҡсатында мин Ҡужанаҡ ауылына юлландым. Хәҙерге ваҡытта Ҡужанаҡта йәшәүсе 1963 йылғы Сергей Николаевич Прохоровтың хәтирәләренән: “Ҡасандыр, 19 быуаттар аҙағында, атай-бабайҙарыбыҙ тәүге нигеҙ һалған урын Георгиевка ауылынан биш километр үрҙәрәк булған, ул урын халыҡ телендә “Иҫке хутор” тип атала. Ауыл урынлашҡан ерҙә Кушкилде йылғаһы аға. Беҙҙең ғаилә 1974 йылда Ҡужанаҡҡ күсеп килде. Мин Георгиевкала башланғыс мәктәпте тамамланым. Уҡытыусыбыҙ Ирида Михайловна Семенова булды. Иван Павлович Прохоров минең һуғыштан иҫән ҡайтҡан ҡартатайым Николай Павловичтың бер туған ҡустыһы. Прохоровтар казактар нәҫеленән булған, үҙҙәренең таҫыллығы, көслөлөгө менән айырылып торған. Урта хәлле, айырым хужалыҡ тотҡандар. 1932-1934 йылдарҙа һөргөндә булалар, тағы ике йыл Әзимгән ауылында йәшәйҙәр, шунан ғына ауылға ҡайталар. Мин олатайым, Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп ҙур награда – Александр Невский ордены алған өлкән лейтенант Прохоров Иван Павлович менән ғорурланам. Ғаиләбеҙгә ҡағылышлы, Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы туғандарыбыҙҙың фотолары, яҙмалары үкенескә ҡаршы юғалды, һаҡлай алманыҡ.
Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас