РЕДАКЦИЯНАН. Был мәҡәлә авторы Фәтхулла Байсурин да күптән вафат. Яҙманы уның балаларының үтенесе буйынса баҫабаҙ.
Минең атайым Фәйзулла Сирай улы Байсурин 1942 йылда һуғышҡа алынды. Ул тәүҙә Волхов фронтында, разведка ротаһында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша. Рота һуғыша-һуғыша дошмандың тылына инә, уларҙың хәрби көстәрен белә, тел дә алып ҡайта. Фәйзулла Сирай улы станковый пулеметсы була. Унан Сталинградҡа киләләр. Ҡала өсөн барған ҡаты алышта трактор заводын обороналауҙа ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта эстә, заводта, танк эшләү дауам итә. Завод цехтарынан сыҡҡан танктар, алдан уҡ эшләп ҡуйылған, Волга йылғаһы аша һалынған күперҙән үтеп, илбаҫарҙарҙың ҡотон ала. Ни өсөн тигәндә, тәүҙәрәк уларҙың пәйҙә булыу серен белә алмайҙар. Һуңынан инде аңлап ҡалып, трактор заводын ҡулға төшөрөү өсөн бар көсөн һалалар. Совет ғәскәрҙәре уларҙы үткәрмәҫ өсөн ныҡ тора. Шул алыштарҙың береһендә снаряд ярсығынан атайымдың уң ҡулы йәрәхәтләнә. Госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң уң ҡулын яурынына аҫып, ауылға ҡайта. Унан һуң колхоз эше. Ғәрипмен тип өйҙә ятырға мөмкинлек юҡ. Бөтә халыҡ кеүек үк эшләтәләр...
Атайым эре һөйәкле, көслө кеше ине. Үҙенең һөйләүенә ҡарағанда, станковый пулеметын арҡаһына йөкмәп шыуышып, кәрәкле позицияға етеп дошманға пулеметтан ут асҡан, һуңынан тере ҡалыуына аптырап та ҡуя, эстән генә ҡыуана ла. Һуғышта алған яраларынан, билендәге ауыр яранан мандый алмай, 77 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Үҙем хәҙер өлкән йәштә булһам да, атайым менән ғүмер буйы ғорурланам, ни тиклем генә яралары һыҙламаһын, ул түҙеп эшләне, беҙҙе – балаларын ас итмәне. Яугир атайым Фәйзулла Сирай улы Байсурин тыуған илен немец илбаҫарҙарынан һаҡлап ҡалған, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены, хәрби миҙалдар менән бүләкләнде.
Фәтхулла Байсурин.
Байдәүләт ауылы.
Фото ғаилә архивынан.