Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Август 2025, 11:55

Ауылым күгенең ем-ем баҙлаған йондоҙҙары

Был яҙмам һуғыш осоро һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауылдаштарыма арнала

Исмәғил Аҡъюл.
Исмәғил Аҡъюл.

Тыуып үҫкән ауылым Үрген, райондың ғына түгел, борондан килгән халҡыбыҙ менталитетын беҙҙең көндәргәгә кер ҡундырмай һаҡлаған Үҫәргән ырыуы биләмәләренең төньяғында урынлашҡан иң ҙур, саф башҡорт ауылы. Уның шулай төйәк булып, бер күскә ойошоуы, тарихсы Дамир Кускилдин фаразлауынса, XIII-XIV быуатҡа тап килә. (Д.К. “Үргендәр”, “Башҡортостан”, 27.06.2001 й.). Тимәк, ауыл Алтын Урҙа заманының административ бер берәмеге.

Ул тиклем ваҡыт арауығында ауылдан байтаҡ ҡына күренекле шәхестәр ҙә сыҡты.  Ике тапҡыр хаж ҡылыу бәхетенә ирешкән Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт Аҡъюловты миҫалға килтереү ҙә етә. Бындай күренекле шәхестәр ауылым күгендә балҡыған Сулпан, Етегән кеүек йондоҙҙар булһа, улар тирәһен ем-ем итеп баҙлап-биҙәп тороусы йондоҙсоҡтар – көндәлек эш-ҡылыҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәре, башҡа сифаттары менән халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырғандар ҙа бихисап. Был яҙмамдың геройҙары ана шундайҙар булыр. Ваҡыт арауығы  – һуғыш осоро һәм унан һуңғы 15 йылдар.

         Мин ауылда йәшәгәндә (01.1940–07.1960) Үрген дүрт урамдан тора ине: Бишәй, Әмәкәс, Сатра, Тибеҙ. Шуларҙан кешеләрҙе ситкә оҙатыусы ла, ҡаршы алыусы ла, ҡыҫҡа ғына Тибеҙ урамы булды. Шағирҙар һүҙе менән әйткәндә “Ауыл ҡапҡаһы” инде.

Һыу ағышы яғынан әйткәндә, һүҙҙе урамдың түбәнге осондараҡ көн итеүсе Хәсән олатай Аҡъюловтан (1893-1879) башларға кәрәктер. Ул беренсе Герман, граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы, колхоз ҡоролошо ветераны. Зиһенле, сәйәси яҡтан интеллектуал һиҙгер булыуы Австрия, Германия әсирлек лагерҙарынан ҡайтып килешләй Башҡортостанда барған граждандар һуғышы солғаныштарында дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итә. Аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа, йәшелдәр ҙә башҡорт халҡын ҡот осмалы итеп талаған шарттарҙа ул халҡын яҡлаусылар сафына баҫа.

Әсәйем яҡын ғына ҡайнағаһын бар хәленсә генә әҙерләнгән булып, сәйгә саҡырып алды. Хәбәрләшеп ултырғанда 1919 йылдың февралендә Йылайырҙа Шәйехзада Бабич исемле йәш кенә шағирҙы ҡыҙылдар ҡот осҡос язаға дусар итеүҙәрен, уның тереләй аяҡ-ҡулдарын сапҡылап, кәүҙәһен ат ҡойороғона тағып, урам буйлап, һөйрәтеп йөрөүҙәрен,  әсенеп һөйләй. Шул замандарҙан алып, бөгөнгәсә, хатта исемен әйтеү ҙә тыйылған булғанлыҡтан шиғриәтебеҙҙең йондоҙло күгендә үҙе бер балҡыш булған, мәңге һүнмәҫ данын тәү тапҡыр ишетергә тура килде. Хәсән олатай сәй табынында Бабич тураһындағы иҫтәлектәрен юҡтан ғына иҫләп ултырмағандыр. Йәшерәк сағында үҙе лә шиғри ижад менән шөғөлләнгән булырға тейеш. Тормош яңырыу, колхозлашыу, комбайн-молотилкалар тураһында бер-ике кәлимә шиғри строфаларын әйтеп тә алды. Һуғыштан иҫән ҡайтҡас та еңеүсе һалдаттың күңел көрлөгөн:

Берлинды ла күрҙек беҙ,

Фашисты ла ҡырҙыҡ беҙ.

Дошмандарҙы еңеп ҡайтҡас,

Матур тормош ҡорҙоҡ беҙ, – тигән күтәренке тойғо аша белдергән.

         Үҙенең илһөйәрлек тойғоларын олатай ғүмеренең көҙөндә лә асыҡ сағылдырып ҡалдырған.

Хөкүмәткә биреү өсөн

Һөттәребеҙ күп булһын.

Совет илендә йәшәгән

Бар халыҡтар туҡ булһын.

Һөт, ҡаймаҡтар, ҡаҙы, майҙар

Магазин тулып торһон!

         Нахаҡҡа рәнйетелеп, үҙ башынан бик күп ғәҙелһеҙлектәрҙе үткәрһә лә, совет ҡоролошона күңелендә бер мыҫҡыл да, рәнйеш, оторолоҡ йөрөтмәне олатай. Колхоз ҡайҙа ҡуша – шунда, иңенә һалынған йөктө намыҫлы башҡарҙы: мал бағыусы, янғын һүндереүсе... Хәсән олатай иҫ, хәтер һандығы яғынан үҙе бер феномен затҡа тиң ине. Иҫ белә башлағанынан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем бер ниндәй ҙә яҙмалар алып бармаһа ла, кемдәр менән аралашҡан, ҡатнашҡан, һәр ҡайһыныһының исем-шәрифен тулыһынса әйтеп бирә ала ине.

Беренсе Ватан һуғышында, әсирлеккә төшкәс, немец байҙарында хеҙмәтсе була. Шулар менән күмәкләшеп төшкән, 30-40 кеше тирәһе, бөтә туған-ырыуҙары, бала-сағалары менән фото карточкалағы кешеләрҙең исемдәрен, бармаҡ менән төртөп, күрһәтеп атай торғайны: Ганс, Франс, Энгель…

Тотҡонлоҡта булыуының ыңғай ғәләмәте бар ине. Ул ике дәүләттәге (Австрия, Германия) немец телдәренең айырмаһын аңлата алыуы ғәжәпләндерерлек хәл. Уның был һәләте тыуған иленә имен-аман ҡайтып етергә ярҙам иткәндер. Һуғыш ваҡытында “тел”дән һорау алған саҡтарҙа ла ярҙамы тейгән олатайҙың.

Өлкән йәштәгеләр әйтеүенсә, Үргендең борондан килгән тарихы, ҡағыҙға теркәлеп барып, граждандар һуғышының болалы, унан һуңғы йотлоҡ йылдарында юғалып ҡалған булған. Хәсән олатай ул саҡта 6-сы класта уҡыған ейәне Баязитҡа әйтеп яҙҙырған “Тәүәрихнамә”һендә юғалған тарихтың һуңғы өлөшөн бөтә ваҡлыҡтарына тиклем тергеҙгән. Унда халҡыбыҙҙың XIX быуат аҙағы һәм XX быуаттың 70-се йылдары тирәһендәге тормошон аныҡ күрәбеҙ. Йәйләү тормошоноң яҡынса 30 йылын күҙ алдына килтерәбеҙ. 1914 йылда Беренсе Бөтә донъя һуғышы тоҡанып китеүенә лә бәйлелер, йәйләү тормошона сик ҡуйылғас, игенселеккә йөҙ бороуыбыҙ тойомлана. Тормошобоҙға картуфтың 1919 йылда ғына килеп инеүен белеү ҡыҙыҡлы. Сирғолдар йот йылында бер ауыл күсеп ултырырлыҡ ерҙе сыуаштарға бер тоҡ картуфҡа һатҡан! 

Хәсән олатай йәш быуынға мираҫ итеп, “Тәүәрих”ында ике яҡ Үрген буйҙарының да ер-һыу атамаларын яҙҙырып ҡалдырған. Уға был оло хәстәрлеге өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул 1979 йылда вафат була. Хәсән олатайҙың хәләле Маһинур инәй йәшерәк ваҡытында “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” һәм башҡа шуның кеүек халыҡ ижадының эпик әҫәрҙәрен төндәр буйы бер туҡтауһыҙ һөйләй торған булған. Шуға студент йылдарында ул хазиналарҙы инәйҙең үҙ ауыҙынан ишетеү ниәтенән янына барып йөрөлдө.

– Йәшерәк ваҡытта урындыҡ тулып теҙелешеп ятҡан ҡыҙҙарға төндәр буйы һөйләй торғайным да, хәҙер инде ҡартайтылды, ни хәтер, ни тел-теш юғыраҡ, килештереп булмаҫ, улым. Өҙөп-йолҡоп ҡына һөйләүҙең ни ҡыҙығы ла, ни файҙаһы, – тип ураған һайын баш тарта ине. Шуныһы үкенес, унан халыҡ ижады гәүһәрҙәрен яҙып алып ҡалыусы ла булмаған шул.

Хәсән олатайҙың өлкән улы Нәҙерғәле ағай 1927 йылғы. Ул һуғыш осорондағы йонсоу тормошта, аслыҡта үҫһә лә, хеҙмәткә алынып, япондарҙың миллионға яҡын квантум армияһына ҡаршы ҡуйылған көстәргә  барып ҡушыла. Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланып, Алыҫ Көнсығыштағы сәйәси хәлдәр беҙҙең ил файҙаһына хәл ителгәс кенә, 8 йылдан һуң демобилизациялана. Ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы техникумын тамамлап, 1955 йылда колхозда беренсе дипломлы агроном булып эш башлай.

Китап ене ҡағылған зат тигән исеме тиҙ тарала ауылда. Ауылда ғына түгел, өйөндә бөтә Башҡортостанға танылған китапхана туплана. Был хаҡта 1960 йылдың көҙөндә “Совет Башҡортостаны”нда мәҡәлә баҫылып сыға. “Күп уҡыған – күпте белә”, тигәндәй, йылдар үткән һайын, районда уның хаҡында “аяҡлы энцекопедия” тигән исеме нығына. Сөнки кемдә ниндәй һорау тыуа, яуапты унан килеп белешеп алғандар.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында мәктәптәрҙә тарих, әҙәбиәт һәм мәҙәниәтте үҙ эсенә алған “Тормош һабаҡтары” (ИКБ) предметы индерелә. Программа ла, дәреслектәр ҙә, методика ла, әҙерлекле уҡытыусылар ҙа юҡ саҡта, Суҡтал (Яңы Петровка) урта мәктәбендә иң беренселәрҙән булып, агроном белемле Нәҙерғәле Хәсән улы тотона был яңы эшкә. Өфөнән килгән комиссияны уның дәрестәре шаҡ ҡатыра. Баһа – бик яҡшы!

Аҡъюлова Фатима, Факиһа апайҙар Хәйбулла ағайҙың тәүге уҡыусылары булғандыр. Яҙып-һыҙыу таныған тәүге йәштәр булараҡ, тәүге комсомол ячейкаһы ағзалары ла булыуҙары мөмкин.

Фатима апай комсомол сынығыуҙары үтеп, 30-сы йылдарҙа ауыл советында эштәр башҡарыусы булып эшләп, һуғыш йылдарында башлыҡ булыу дәрәжәһенә өлгәшкән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа магазинда һатыусы, хаҡлы ялға сығыр йылдарында колхозда ҡымыҙ бешеү оҫтаһы була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә хеҙмәт намыҫына, ағза булып торған партия принциптарына тап төшөрмәй, һуңғы һулышына тиклем тоғро булып китте баҡыйлыҡҡа.

Факиһа апай ҙа яңы тормош идеяларына теләктәш булып ғүмер кисерҙе. Колхоз эштәрендә алдынғылар сафында булды. Һуғыш башланғас, мобилизация буйынса фронт яландарына тиклем барып етә. Мәскәүҙе һаҡлауҙа ирекмәндәр менән бер төптән булып, танктарға ҡаршы урҙар, окоптар ҡаҙыша. “Самолет тауыштары ишетелһә, үҙебеҙ ҡаҙыған соҡор төптәренә һемәшешеп ятып, күкте күҙәтә инек”, – тип һөйләй торғайны апай. Һуғыштан һуң, бәләкәй балаһын әсәһе Хәкимә инәй ҡарамағына ҡалдырып, Күмертау (Бабай) – Төйлөгән тимер юлын һалыуҙа ҡатнаша. Ул ваҡытта техника булмағас, эш ауыр була, күберәк үгеҙҙәргә көс була.

Юшатыр үҙәнендә күтәрелгән дамба аша үткән һайын Факиһа апайҙың да, ҡара тиргә батып, көс түккәнен күҙ алдыма килтерәм.

Факиһа апайҙың әсәһе Аҡъюлова Хәкимә инәй эре һөйәкле, тирәктәй буйсан инәй ине. Ул келәт алдында эшләгәндә ырҙынға килтерелгән ашлыҡ шыр ҡый була торғайны. Уны таҙартыуҙы берҙән-бер техника – өс тағанға аҫылған ҙур иләк ине. Игенде уның аша таҙартыу өсөн өс кеше кәрәк була торғайны. Кеше етешмәгәнлектән шул ғәләмәт ҙур иләкте Хәкимә инәй бер үҙе әйләндерә ине.

Гөлбоҫтан инәй был яҡты донъяға ун алты бала тыуҙырған, тик тормош шарттарының ауырлығы, медицина хеҙмәтенең бөтөнләй булмауы арҡаһында уларҙың ун дүрте йәннәт баҡсаһына олағып бөткәндәр ҙә, мин иҫ белгәндә әсәйҙәре янында икәүһе генә тороп ҡалған ине – Ишмөхәмәт ағай менән Хәнифә апай.

Бала ҡайғыларын күп кисерһә лә, ауыр тормош шарттарында бабайынан яңғыҙ тороп ҡалһа ла, бөгөлөп-һығылып төшмәй, Хәкимә инәй кеүек, йөҙйәшәр имәндәй таҙалығын, көслө рухлылығын һаҡланы.Ир-атлы йорттарҙа һыйыр аҫырамаған осраҡтарҙа ла, ул ғаиләһен аҡтан өҙмәне. Ҡош-ҡорт тотоу әмәлен дә тапты. Игенде элеваторға оҙатып, келәттәргә һалып бөткәс, ырҙын табағында тупраҡҡа буталған ашлыҡ бөртөктәре тороп ҡала ине. Шуны ғына көтөп торған Тибеҙ һәм Сатра урамдары кешеләре кем уҙарҙан шунда ябырылыр ине. Араларында иң өлгөрө Гөлбоҫтан инәй була торғайны. Өйрә, өшә бешерерлек эрерәк бөртөктәрҙе сүпләп алғас, ҡалғандарын ҡош-ҡортҡа һала ине. Ә Бишәйҙәр келәт янынан алыҫ булғанлыҡтан, ундай “табыш”тан һәр ваҡыт мәхрүм ҡала килделәр. Шунлыҡтан төртмә йырҙар сығарыр булғандар.

Һай-һай-һай-һай,

Сатраның һыуы һай.

Сатраға келәт яҡын,

Шуға сатралар бай.

Сатра урамы халҡы ла яуапһыҙ тороп ҡалмай: “Бишәйҙәр төндә йоҡлағанда ла, бер күҙҙәрен ҡыҫып яталар”, тиер булғандар.

Күп кенә һөнәрҙәргә маһир ине Гөлбоҫтан инәй: мейес сығарыу, киндер серетеп, тылҡып, иләп, туҡыма яһап, өҫ-баш кейемдәре тегеү, аяҡ кейемдәрен оҫта һипләү һәм башҡалар. Беҙҙе, Мәсҡүҙә һылыуының ишле балаларын ҡарауҙа ла ярҙамы ҙур булды. Алмашлап, һәр беребеҙҙе берәр аҙнаға алып ҡайтып туҡландырып торҙо. Картуф үҫтереү, уны ҡышҡы мәлдәрҙә тәләфләмәй һаҡлау оҫтаһы ла ине. Картуфы йылдың-йылы сабаталай эре булып уңыр ине. Үҫмерлектән әле генә арынып, идарала бухгалтер булып эшләгән улын, төрлө сәбәптәр табып, һигеҙ йылға ултыртып ҡуйғас, сикһеҙ хәсрәттән, күп илауҙан һуҡырайып та ҡалғайны инәй. Күҙ табибы Гөлфара апай ун саҡырым алыҫлыҡтағы Иҫәнғолдан төп эшенән бушаған саҡтарында йәйәүләп килеп, дауалап йөрөнө. Күҙҙәре асылып алғас, сикһеҙ рәхмәтле булдыҡ уға.

Бишәй урамы

Ауылдың иң оҙон, иң күркәм урамы! Ул тиклем дә хозурлыҡты Хоҙай биргән тәбиғәт ҡомартҡыһы булған Сусаҡтау асмандарға олғаштыра ине. Сатраның ҡот-ҡапҡаһы Мортаҙа ағай булһа, бишәйҙәрҙеке Зәйнетдин олатай ине. Буй-һынға торғаны бер Алпамыша инде. Егет сағынан шулай күрмәлекле булған ул.

Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәттең мал-тыуары бик ишле булған –  Мәмрейә тауын ике яҡтан да ябып йөрөгән. Бесән ваҡытында йылдың йылы баҙыҡ ҡына егеттәрҙән өмә ойошторған. Башлыҡтары Зәйнетдин булған. Һый ҙа мул: ҡымыҙ, йылҡы ите. Теҙелешеп бесән сапҡанда Зәйнетдин юл ярып барыр булған. Һәр эштә булдыҡлы күркәм егетте хажи хәҙрәт үҙ тирәһендә тотҡан. Ҡышҡы һалҡындарҙа мәсетте бағыусы ла Зәйнетдин булған. Күңеленә ятҡан егетте өйләндереүҙә лә хәҙрәт үҙе бағымсы булып, һылыуҙан да һылыу Хәйерниса исемле ҡыҙ менән ҡауыштырған.

Колхозлашыу башланғас та күркәм хужалыҡтың арҡа һөйәге Зәйнетдин олатай булған. Игенде 60 саҡырым алыҫлыҡтағы Һарыҡташ элеваторына ташығанда тар ғына ҡышҡы юлдарҙа килеп тыуған низағ йыш ҡына үргендәр файҙаһына хәл ителер булған. Район кимәлендә үткәрелгән көрәш бәйгеләрендә олатайҙың биле ер күрмәгән. Темәс исемле өйөр айғырында ла сабыштарҙа ал бирмәгән.

Зәйнетдин олатай Котовский исемендәге гвардия атлы дивизияһында ярты Европаны урап үтеп, ауылға иҫән-һау ҡайтыусыларҙың береһе. Ул балта эше һөнәрҙәренә лә шәп ине. Колхоздағы төҙөүселәр бригадаһында хаҡлы ялға киткәнсе алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Ауылдаштарына изге күңелле, кешелекле зат булып ғүмер кисерҙе. Мәрхүмдәрҙе әхирәткә оҙатҡанда форсат тейгәндә бер тапҡыр ҙа ситтә ҡалманы. Үҙе кеүек баҙыҡ, буйсан, ҡеүәтле заттарҙы үҙ күргәндәй ине. Кемгәлер ҡәбер ҡаҙғанда, ғәләмәт ҙур бот һөйәге килеп сыҡты. Уны олатай үҙенең аяҡтары менән сағыштырып ҡараны. Һөйәк уның тубығынан бер ҡарышҡа өҫтә ине.

– Минән дә ыздарауай әҙәм булған бит был! Кем булды икән? – тип аптырап ҡуйғайны.

Зәйнетдин олатай менән Хәйерниса инәй алты бала: ике малай, дүрт ҡыҙ тәрбиәләп, өлгөлө ғаилә булып ғүмер кисерҙеләр. Сибәрҙәрҙән сибәр тыуа тигәндәй, балалары барыһы ла һау-сәләмәт, һыу һөлөгө кеүек матур булып үҫеп еттеләр.

Исмәғил олатай менән Нәҙербикә инәйҙең һуғышҡа киткән дүрт улының өсәүһе иҫән ҡайтып, шуларҙың иң кесеһе – Ғәрифйән урамдың түбәнге осонда йәшәне. Колхозда, ҡайҙа ҡушылһа ла өлгөлө эшләп, йылдың йылы силсәүит депутаты булды.

Ат һарайында шорник булып эшләне. Ошо осорҙа кешеләрҙең күңелендә онотолмаҫлыҡ булып инеп ҡалды. Ул һәр аттың исеменә, эшлеклегенә, холҡона ҡарап, уларҙың һәр ҡайһыһына ярашлы ҡамыт-ыңғырсаҡ кеүек сбруйҙар айырым-айырым сөйҙәргә эленеп, ҡасан кәрәк, шул ваҡытта төҙөк булды. Уларҙы файҙаланыусынан ҡабул итеп алғанда ла бик талапсан ине.

50 йылдар аҙағында «Почтальон» йыры сығып тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Ул осорҙа хат таратыусы булып Ғәрифә апай эшләй ине. Урамда йәшәгән йор һүҙле Сәлимйән ағай Янбаев Ғәрифәне Ғәрифйәнгә үҙгәртеп, йырҙы лаҡапҡа әйләндереп тә ебәргән:

Түбән яҡтан ҡамыт тотоп

Ғәрифйән килә.

Ҡайһы атҡа ниндәй ҡамыт

Ул ғына белә.

Ғәрифйән, Ғәрифйән,

Ғәрифйән генә белә.

Лаҡап йыр ҙа, оригиналы кеүек бик тиҙ таралып ките.

Ат һарайына бер барғанда Ғәрифйән ағайҙан: «Исемеңде йырға ҡушып йырлайҙар бит, хәтерең ҡалманымы?» тип һораным.  Ул: «Тәүҙәрәк булды инде, мырҙа. Һуңыраҡ күнергә тура килде, хатта оҡшай ҙа башланы әле. Ялҡау, эскесе, хәрәм тиелмәгән бит», – тип көлөп яуапланы. Иртәрәк китеп барҙы киң күңелле Ғәрифйән ағай. Шуныһы йәл. Ә лаҡап-йырҙы әле лә онотмағандар ауылда.

Шәкирйән Янбаев тыныс тормош шарттарында балта оҫтаһы булып танылды. 50-се йылдар аҙағы – 60-сы йылдар баштарында ауыл яңыра башланы. Үҙенә күрә бер бум акцияһы. Ағайҙың оҫталығына йәшел ут тоҡанды. Ҙур-ҙур йорттар күтәреп ингән йәштәр ишек-рамдарҙы тик унан ғына эшләтте. Ә минең быяласы булараҡ танылған саҡ. «Мин рам яһап өлгөртә алмайым, ә һин быяла ҡырҡып...», – тип шаярта ине Шәкирйән ағай.

Мөтиғулла олатай Сәйфуллин беренсе ярман һуғышында ҡатнашып, әсирлектең әсе һурпаһын буйтым татып ҡайтҡан уҙаман. Немец байҙарының биләмәләрендә ҡара тирен түккәндер. Ауылда картуф менән шөғөлләнеүҙең тәүге йылдарында яңы үҫемлекте квадрат ысулы буйынса сәсергә ул өйрәткән тигән һүҙ ҡалған. Немец телен дә арыу ғына һупалағандыр. Иҫәнғолдар өсөн урманда утын әҙерләгәндә, ағас баштары, ботаҡтар уның биләмәһенә төшкәндә: «Урыҫса белмәйһегеҙ, башҡортсаны тыңламайһығыҙ, һеҙгә немецсә әйтергәме ни?” – тип һуҡырана торғайны йыш ҡына.

Мөтиғулла олатай колхоз өсөн ағас көрәк-һәнәктәр, тырмалар, арба-саналар яһау оҫтаһы булды. Хужалыҡ өсөн бар эш ҡоралдарын ағастан булдырырға нисек өлгөрҙө икән ул?!. Әле ябай ғына бер көрәк тотҡаһына яраҡлы ағас таба алмай, оҙон көнөң үтә урманда.

Комбайндарҙың сапҡысын йөрөтөүсе ағас ҡулайлама тиҙ эштән сыға торғайны. Уны йыла, имән кеүек беше, ныҡ ағастарҙан күп етештерҙе олатай. Һуғышҡа тиклем колхоздың баҡсасылыҡ эше мөдире лә булған. Ул баҡса урыны хәҙер Мөтиҡ аралы тип йөрөтөлә.

Зәйнулла Сәйфуллиндың дошман менән алышҡан бер ҡул һуғышында 28 фашисты: 25 һалдат һәм өс офицерҙы теге донъяға оҙатҡаны өсөн Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булыуы күптәргә билдәле. Уның тыныс тормошта ла  ҡуш йөрәкле батыр булып танылыуы йәш быуынға бигүк билдәле түгелдер әле, моғайын. 1921-22 йылдарҙағы йоттан һуң ауылға бер ҡоторған бүре эйәләшеп алған. Кешеләр төндәрен түгел, көндөҙҙәрен дә өйҙән сығырға ҡурҡып ултырғандар. Шундай хәтәр көндәрҙең береһендә Зәйнулла ишек алдына сыҡһа, уға бөтә ажарлығы менән ҡоторған бүре ташланған. Әммә егет өлгөрөрәк  булған. Тешләргә ауыҙ асылғас та, егет бүренең ауыҙына ҡулын тыға һалып, телен төбөнән былай матҡып тотоп алып, ишек янында бауҙа торған суҡмар менән башына тондорғас, йыртҡыс шунда уҡ йән биргән. Зәйнулла батырҙың бынан йөҙ йыл элек ишек алдында ҡылған батырлығы тураһында өлкән быуын кешеләре әле булһа онотмай. Рәхмәтле булып иҫкә алалар.

Рафиҡ ағай Аҡъюлов шул тиклем дә матур йөҙлө егет булып үҫеп килгәнендә фронтҡа оҙатылған. Мина ярсығы, ауыҙ-тирәһенә тейеп, йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәреп ҡайтыуына аптырамаған кеше ҡалмаған. “Китап ене” ҡағылған ағай ине. Картуфтан эшләнгән һуҡыр шәм сырағында төндәр буйына «Даурия», «Аҡ ҡайын», «Һуғыш һәм солоҡ» кеүек ҙур күләмле томдарҙы уҡып ултырыуы әле лә хәтерҙә. Ишле балаларын хәстәрләп, «Балалар энцеклопедияһы»н табыу мәшәҡәттәре менән мәшғүл булды. Үҫеп еткәс, балаларҙың күбеһе, атай хыялына тоғро ҡалып, юғары белемгә эйә булды.

Рафиҡ ағайҙың тағы ла бер шөғөлә бар ине: арбаһында һәр ваҡыт үткер көрәк йөрөтөп, юлда осраған бар йән эйәләренең үләкһәләрен соҡор ҡаҙып, күмеп китер ине. Хәҙергесә әйткәндә, бына тигән эколог булған ул.

Күп һөнәрҙәргә эйә булды: тракторсы, бухгалтер, ялан эштәре хисапсыһы. Колхоз милке, колхоз эше өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай ине. Ат менән бесән сапҡандарҙың һүҙҙәре әле лә хәтерҙә: «Ашъяулыҡ тиклем генә булған ҡыуаҡ-селекле урындарҙың һәр сантеметры ла иҫәптә уның дәфтәрендә». Шундай шәп ағай 40 йәшендә генә вафат булды.

Фариза инәй күп кенә ваҡыт силсәүит депутаты булды. Колхоз эше өсөн янып-көйҙө. Бесән ваҡытында сабылмай ҡалған бер һабаҡ үлән күренеп ҡалһа: «Бесән саптым тип киткәндер эшкинмәгән», – тип һуҡранып, үләнде өҙөп, бакуйға һалып китер ине. Бесән тырматыусы ҡыҙҙарҙың эшен һәр саҡ тикшереп кенә торҙо. Икмәк-тоҙлоҡ ҡына урыҫсаһы ла булды. Ауылға берәй урыҫ заты килеп сыҡһа тел асҡысы ла ул ине. Киндер эшкәртеп, өй туҡыма туҡыу, иҫке сепрәктәрҙән буй-буй балаҫтар һуғыу оҫтаһы ла ине. Тирә-йүн ауылдарға танылған ноҡот һалыусы ла булды. Кемдеңдер берәй ҙурыраҡ нәмәһе, йә малы юғалһа, уға килделәр. Фараздары күп осраҡта дөрөҫкә тап килгеләне.

Фариза инәй ғүмер буйына һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Хәбибулла улын көтөп, зар булып йәшәне. Һуғыштан ҡайтмағандарҙың туғандары бөтәһе лә, исмаһам, яҡындары тураһында йылы һүҙ ишетергә уға килерҙәр ине. Йылы һүҙгә йомарт булды инәй. Үҙен дә: «Сабыр итәйек. Ана-бына ҡайтып инергә үксәһе күтәрелеп тора», – тип йыуатыр ине.

Оҙон ғүмерле булды Фариза инәй. Йөҙ йәше тулырға өс йыл ғына ҡалғайны, төтөнгә сәсәп үлде.

Кәмилә Имелбаева  ире Хөббулла менән берҙән-бер улын Сәғитте (Сәғиҙулла) Бөйөк Ватан һуғышына оҙата. Ҡайыныһы  Заһит ҡарт һуғыш ваҡытында колхоз рәйесе булып эшләй. Уны «Колхоз бабай» тип йөрөтәләр. Разведчиктар отделениеһы командиры, сержант Хөббулла олатай Киевты азат иткәндә батырҙарса һәләк була. Сәғит Имелбаев Еңеү менән ҡайта.

Шәрифйән ағай Исламғолов ауылда берҙән-бер ҡурайсы. Мәжлестәргә йөрөгәндә ҡурайынан бер тапҡыр ҙа айырылманы янғын һүндереүсе. Башы бер төрлө булып киткеләгән саҡта оҙон һаплы богорын ала ла мөрйәләрҙең «төҙөк»лөгөн тикшереп йөрөй торғайны. Кисен ҡунаҡ-маҙар һыйланған өйҙәрҙе хуп күрә ине.

Хәйрулла олатай беренсе ярман һуғышында һыңар күҙен юғалтып ҡайтҡан. Хеҙмәт армияһына ла алмағандар. Колхоз эшендә һыңар күҙле кеше лә ярап торор тигәндәрҙер. Ғүмер баҡый аттар тирәһендә шөғөлләнде. Темәс исемле ҡашҡа өйөр айғырында һыбай оҫта йөрөнө. Һуғыш осоро, унан һуңғы ауыр йылдарҙа ярҙамсыһыҙ ҡалғандарға изгелеге күп тейҙе. Кемдең һыйыры күтәрткән, кемдең кәртәһе өйө емерелергә тора, тота ла уға килер ине. Барыһына ла эскерһеҙ ярҙам итте.

Ауыр йылдарҙа үлем-китем дә күп булды, михнәтле тормоштан да, сирлеләр ҙә, ҡарт-ҡоролар ҙа. 1943 йылдың мартында, ҡышлаған башаҡтан ризыҡланып, ауылда  бер төн эсендә дүрт ҙур ғаилә оҙон урындыҡ тулып ҡырылған. Ҡышҡы миҙгелдә бер мәрхүмде тәрбиәләп күмеүҙең ни тиклем ауыр икәнен ул хәлгә тарығандар ғына беләлер. Ә дүрт ғаиләне барыһын да бер көндә ерләүҙә Хәйрулла олатай нисек түҙҙе икән?

Әлифә инәй Сәйфуллина , Ынйыбикә апай  Ноғоманова һыйыр фермаһында нужа, этлек һурпаһын буйтым һемереп эшләнеләр. 25-әр һыйырҙы ҡул менән һауып, һөттө әҙәм бейеклегендәге сепараттан үткәреп, ҡаймағынан май бешеп, хөкүмәткә тапшырҙылар. Йәй һыулауға, 1,5-2 саҡырымдай йәйәү барып, һыйырҙарҙы өс тапҡыр һауып, һөттө көйәнтәләп фермаға ташынылар. Һуңғараҡ уларға Сәйҙә ҡоҙағый ҙә ҡушылды. 

Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, Зәйнулла батыр олатайҙың ҡатыны Әлифә Сәйфуллина йөҙгә етеп, яҡты донъя менән хушлашты. Ул саҡтағы һауынсыларҙың һәммәһенә лә йәннәт рәхәтлектәре теләйек.

Ғәйзулла ағай Имелбаев офицер булып хеҙмәт иткән. Ул байтаҡ йылдар бригадир булып эшләгән. Магазинда ла булмаған трофей: скрипка менән ваҡ ҡына тешле тимер тараҡ алып ҡайтҡан ине. Скрипкала матур, моңло итеп уйнай ине оҙон көйҙәрҙе. Ә тараҡтың ғаиләһенә ҡарағанда, күршеләренә файҙаһы күберәк тейҙе. Үлемесле ауыр йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәс-баштары ла йонсоу ине. Тараҡ сәс араһындағы йәбешкәк, һеркә кеүектәрен дә һыпырып сығарҙы. Хужала сырҡанманылар ҙа, ерәнмәнеләр ҙә. Заманалар сикһеҙ ауыр булғанда кешеләр бер-береһенә мәрхәмәтлерәк ине шул.

Йыһанша олатай граждандар һуғышы осоронда революция ялҡыны ялмаған Питерҙы Юдинг, аҡ финдарҙан һаҡлауҙа ҡатнашҡан. «Питерҙың таш урамдарынан башҡортса йырҙар йырлап үтеп йөрөнөк» тип хәтерләй ине олатай үҙенең йәшлеге тураһында.

Һуғышта, өлкән йәштә булыуы сәбәпле, похоронный батальонда хеҙмәт иткән. Ҡайтҡанында трофейҙары ла мул ғына ине: бинокль, портсигар (үҙе тартмаһа ла), ҡул сәғәте һәм башҡа ят нәмәләр. Хәл белешергә килгән йәш-елкенсәк, бала-сағаны ҡыҙыҡтырырлыҡ ваҡ-төйәк күстәнәстәре бар ине. Үҫмер малайҙарға һуғыш хәлдәре, бигерәк тә  «Катюша»лар ҡыҙыҡ тойола ине: “Ул ғәләмәт ҡорал инде. Ун алты көбәкле мылтыҡ кеүек. Кирешкә башына ултыртып, бер залп бирһәң, Үргенең көл була ла ҡуя...”

Йыһанша олатай революция, граждандар һуғышы осоронда революция ялҡыны ялмаған Питерҙы Юдинг, аҡ финдарҙан һаҡлауҙа ҡатнашҡан. «Питерҙың таш урамдарынан башҡортса йырҙар йырлап үтеп йөрөнөк» тип хәтерләй торғайны олатай үҙенең йәшлеге тураһында.

Йыһанша олатай һыны беҙҙең кеүек бәләкәй малайҙарҙың күңелендә оҙаҡ йылдарға матур хәтирәләр булып уйылып ҡалған. Һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалған малайҙар, салғы бәке менән сәс алдырырға уның янына эркелешеп йөрөнө. Башты ауырттырмай ғына ҡырған сағында рәхәтләнеп ойоп китә инек. «Булды, улым!» - тип, таҡыр башҡа усы менән еңелсә генә ҡағылып алһа, уянып китәһең. Сатралағы Шәңгәрәй олатай кеүек һәр башҡа бер күкәй там итеп тә торманы.

Ханнан олатай Ҡолтаев ситән үреү оҫтаһы булып танылғайны. Ситән өй, аласыҡ, һарай стеналарын үргәндә ул ҡатнашмай ҡалмаҫ ине. Хәллерәктәр урам буйындағы ҡоймаларҙы унан үрҙереүҙе хуп күрҙе. Ул ялланып үргән ситән ҡоймалар күргәҙмәгә ҡуйырлыҡ ине.

Хәкимйән ағай Йәйләүевты Разия апай ҡайҙандыр Хәйбулла яҡтарынан алып ҡайтты. Тәүге көндән уҡ, ауылды оҡшатып, ерегеп йәшәй башланы. Колхоз ене ҡағылған ине. Ҡыш фермала фуражер булды. Малда эшләүселәргә үлсәү аша бесән таратҡанда бер услам да артыҡ биреп ебәрмәҫ ине.

Яҙын-көҙөн күңеле ятҡан эш бәләүәтлек (полевод) булды. Колхоз ере икһеҙ-сикһеҙ булһа ла, йәйәү йөрөй ине. Ауылдың тирә-яғы һөрөлөп-сәселеп бөткән, иркенләп ҡош-ҡорт ебәрерлек тә урынға ҡытлыҡ. Быҙауҡайҙарҙың баҫыуҙарға төшмәй хәле юҡ. Хәкимйән ағай уларҙы баҫтырып та йөрөмәне. Баҫыуҙан сығарып, урамға төшөрөп ебәрә лә, быҙау кем ихатаһына инеп китә, хужаның исем-шәрифен иҫ китмәле матур яҙыуы менән ҡуйын дәфтәренә теркәп тә ҡуя. Ул рәйес өҫтәленә килеп ятҡас, Петр Амплеевич: «Пиши, пиши, Хаким, у тебя почерк классный», – тип хуплай икән.

Хәкимйән ағайҙың 5 саҡырымда ятҡан күрше ауыл (Күгәрсен районы Ерекле ауылы) ҡаҙҙарын, иренмәй, йәйәүләп ҡыуып алып ҡайтҡанын, халыҡ әле булһа ҡыҙыҡ та, хайран да итеп иҫкә ала.

Рауил ағай Юлдашев сабый саҡта ҡарау етмәгәнлектәндер, сәңгелдәктән ҡолап төшөп, арҡа һөйәге имгәнеп, бөкөрө булып үҫкән. Кәүҙәгә лә ҡураныс ҡына. Зәғифлегенәндер, үҙ ваҡытында мәктәпкә бара алмай, шыпа томана булып ҡалған. Шул сәбәптән микән, колхоз ағайҙы эшкә йәшенә ҡарата һуңлаңҡырап ҡушты, шикелле. Тәүге көндәрҙән уҡ, ҡайҙа ҡушылһа, ҙур тырышлыҡ күрһәтеп, колхоз милке өсөн яуаплылығын танытты.

Колхоздың йәшелсә баҡсаһы эс яҡтан таҙа булһа ла, тыш яҡтан эре мысай менән ҡапланған. Мин, Бабич абзыйым менән ҡул арбаһын тартып, ҡышҡылыҡҡа малға аҙыҡ әҙерләргә мысай урырға баҡса яғына килдек. Рауил ағай ҡарауылсы итеп ҡуйылған. Тәүге эш көндәренең береһе. Ул оҙон таяҡ тотоп беҙҙең янға килде лә:

– Яҡынламағыҙ, баҡсаға! – тип бойорҙо.

– Беҙ баҡсаға инмәйбеҙ, бынау ҡый үләне булып, ҡарағай шикелле үҫкән, мысайҙы урырға ғына килдек, – тине абзыйым.

– Барыбер, ярамай! Колхоз ерендә мысай ҙа колхоздыҡы! – тип таяҡ менән тупраҡта һыҙыҡ һыҙҙы. – Әгәр, ошоно үтһәгеҙ, башығыҙға бынау менән тондорам, – тип таяғы менән һелтәнеп ҡуйҙы.

Быға тиклем һин дә мин аралашып йөрөгән дуҫының бындай ҡыланышынан абзый аптырап ҡалды ла бер аҙҙан:

– Колхозда эшләй башлауыңа өс көн дә тулмаған, хәҙер уның мысайына ла хужа булып алғанһың, – тине лә, беҙ ҡырт боролоп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнер мал ризығынан яҙып, буш арба менән күңелһеҙ генә ҡайтып киттек.

Рауил ағай һарыҡсылыҡ эшен яратып ҡулайлашып алды ла, хеҙмәт көнөнә игенде лә һәйбәт кенә алып, сағыштырмаса арыу ғына көн итте. Үркәс тауҙар аҫтында йорт күтәреп инеп, күркәселек менән бик уң шөғөлләнде. Ҡунаҡсыл ине, ҡаҙан тултырып, күркә ите һалып, Мәрхәбә еңгәй менән ҡунаҡ һыйларға яраттылар.

Заманына күрә бик һирәк «меценант»лыҡ ғәләмәте лә булды. Ҡайҙандыр аҡса йүнләп, никел яллатылған патефон һатып алды ла уны урам уртаһындағы күпереп үҫкән үләнлеккә ҡуйып, ауыл осон яңғыратып, Фәриҙә Ҡудашева, Сөләймән Абдуллин, Рәшит Ваһаповтарҙың моңло йырҙарын ҙур зауыҡ менән тыңлап ултырыр ине. Янына шундуҡ халыҡ йыйылып китә. Береһен дә ситнәтмәне, ҡыуманы. Күрше-күлән бик ҙур рәхмәтле булды.

70-се йылдарҙың башы, «Жигули»ҙарҙың яңы күренә башлаған сағы. Ауыл халҡын ғына түгел, күрше ауылдарҙы ла аптыратып, бер хәреф тә танымаған, ҡулында таныҡлығы ла булмаған Рауил ағай машина һатып алған! Вәт әй! Был ғәжәп яңылыҡ район түрәләренә, милицияға барып еткән. Райкомда:

– Ул тиклем аҡса ҡайҙан? – тигән һорау биргәндәр. Ул:

– Тауҙарҙан! – тип кенә яуаплаған «жигули» хужаһы.

Руль артына Рауил ағайҙың үҙенә оҙаҡ ултырырға насип булманы. Баранка артында күп осраҡта Салауат Ураҡбаев һәм яҡын ғына туғаны, колхоздың алдынғы шоферы Лотфулла ағай булды.

Зәғифлеге арҡаһында ғүмерлеккә томана ҡалған ағай Мәрхәбә еңгәй менән ауылдаштарына өлгө күрһәтеп, хәләл донъя көттө.

Урамдың иң үрге осонда дүрт ҡыҙы менән Алмабикә инәй йәшәне. Ире, ҡурайсы Ғәйнулла һуғыштан ҡайтманы.  Үҙе балалар йорто асылғас, шунда кер йыуыусы булып эшкә урынлашты. Мунса – ун көнгә бер. Яҡынса йөҙ баланың өҫ-башын, таҫтамалдарҙың һәр төрлөһөн, түшәк-кәрәк яраҡтарын ҡул менән йыуып, киптереп, күмерле үтек менән үтекләп өлгөртөргә кәрәк. Балаларҙы мунса индереү мәшәҡәте лә уның эше булғандыр, бәлки.

Быларҙың бөтәһе лә яҙғы-көҙгө миҙгелдәрҙә текә яр аҫтындағы мунсала башҡарылды. Нисек өлгөрҙө икән инәй?! Үҫмер йәшенә етеп килгән өлкән ҡыҙҙары Ынйыбикә, Сания апайҙар булғандарҙыр. Ә сатлама һыуыҡлы ҡышҡы көндәрҙә... Эш хаҡы күпмегә генә тартты икән? Гөлзифа инәйҙеке кеүек ташҡа үлсәйемдәй генә булғандыр инде.

50-се йылдар ахырында ликбез осоронан наҙан ҡалғандарҙы уҡытыуҙы мәктәпкомсомолы өҫтөнә һалып ҡуйҙылар. Минең шефлыҡҡа Алмабикә апай тап килде. Эш ырамлы барманы. А хәрефенең яҙылыштарын өйрәтә генә башлағайным, инәй:

– Ҡуй, улым, йәш алтмыш өҫтөндә. Бынан ары кәрәге лә булмаҫ инде, боронғолар һүҙе дөрөҫтөр, уҡып – мулла, суҡып – ҡарға булмаҫһың, – тине.

Миңә комсомол энтуазизмы тапшырған эш үтәлмәне. Башҡа «лекбиз»никтәрҙең эштәре лә шулай тамамланды.

Был яҙмамда урамдың өс уҙаманы тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәне, сөнки улар йән ҡыйғыс һуғыштан иҫән-аман ҡайтһалар ҙа, еңеүселәр булып түгел, ә баштарын түбән эйеп, әсирлектә булып, иҫән ҡайтыусылар ине. Ҡайҙа, һуғышта нисек ҡатнашҡандарын, әсирлек шарттары тураһында үҙҙәре әхирәткә күскәнсе ауыҙ асып бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. Уларҙың ауыҙҙарына биш йоҙаҡ элеп ҡайтарған булғандарҙыр. Йыйылыштарға саҡырып, уларҙың эштәренә баһа биреүсе лә булманы. Шулай ҙа улар тураһында һүҙ сыҡҡылап та ҡуя ине, бәғзе ваҡыттарҙа.

Шундайҙарҙың береһе – Фәхретдин олатай ине.  Һуғышҡа тиклем колхоздың  ветфельдшеры булған. Иҫән ҡайтҡас, башҡа белгес булмағанлыҡтан, яратҡан эшен дауам иткән.

1947 йылда ҡоролоҡ булды. Уны ололар 1921 йылғы йотлоҡҡа тиңләне. Колхоз башланғанда мал һарайҙарының ҡыйығына ябылған һалам ашатып бөтөрөлгәс, сират кешеләрҙең һалам ҡыйыҡлы өйҙәренә килеп терәлде. Йомшаҡ бесән булмағанлыҡтан бәрәстәр, быҙауҙар күмәртәләп ҡырылды. Идара беҙҙән өй аша ғына булған Шәмсикамал инәйҙең өйөндә ине. Уҡырға бергә китергә класташыма индем. Өҫтәл артында бер ҡулындағы алтатарын әйләндергеләп ултырған прокурор ҡаршыһында торған Фәхретдин олатайҙан: «Нишләп мал ҡырыла?» тип һорай.

Фәхретдин олатай:

– Бесән бер гр... – тип әйтеп тә өлгөрмәй, прокурор:

– Молчать! Миңә бесән кәрәкмәй. Һине теге яҡтан ҡоротҡослоҡ яһарға өйрәтеп ҡайтарҙылармы? Нимә тинеләр?!.

Яуап биреүсе өндәшмәне. Уның  башҡа бер һүҙ ҙә әйтерлек хаҡы ҡалмағандыр...

Урамдың түбәнге осонан уң яғында – яугир, һул яғында әсирлектә булып ҡайтҡан ағай йәшәй ине. Улар ниңәлер тынысһыҙ йәшәне. Хатта ыҙғыш-талашҡа ғаиләләре менән сығалар инеләр. Низағ, йә ҡул алышында бирешә башлаһа, яугир: «Һин теге яҡта снарядтар ҡойҙоң, шуның менән дошмандар беҙгә атты”, – тип яр һалып ҡысҡырырға тотона. Элекке әсирҙең кикереге һынып, өндәшмәй генә йортона инеп китә ине.

Әсирлектә булыусылар өнһөҙ-һүҙһеҙ генә тырышып һуғыш осоронда ҡаҡшаған хужалыҡты, ауылды тергеҙеүҙә үҙ өлөштәрен индереп, икенсе донъяға күсте. Ә унда бер ниндәй ҙә сәйәсәт юҡ. Һәммәһе лә бер тигеҙ. Хас фәнни коммунизмдағыса.

Әсәйем Мәсҡүҙә тураһында бер кәлимә һүҙ. Ул – йәйләүҙә тыуған иң һуңғы бала (1914 й.). Граждандар һуғышы осоронда билдәһеҙ шарттарҙа үкһеҙ етем ҡалып, балалары булмаған Нәҙрулла олатай менән Зөлҡәғизә инәһенең аҫрау ҡыҙы булып үҫә. Совет мәктәбенең тәүге уҡыусыларының береһе. Ләкин мәктәпкә утын килтерә алмаған өсөн уҡыуҙан ситләштерелә.

Атайым һуғышҡа киткәндә 27 йәшлек әсәйем биш бала һәм Зөлҡәғиҙә өләсәй менән тороп ҡала. 1943 йылдың октябрендә ҡара ҡағыҙ килә. Ҙур ғаиләне бағыу бик ауырға төшә уға. Ҡар аҫтында ҡышлаған башаҡты ашап, дүрт ғаилә ҡырылғанда, ул ағас бөрөләренән, ҡомалаҡ орлоҡтарынан өйрә бешереп ашатып булһа ла балаларын, өләсәйемде афәттән имен алып ҡала.

Универсал ине. Колхозда эшләмәгән эше ҡалманы. Һыбай йөрөмәһә лә, хатта конюх булғыланы. Ауыр эштәрҙән дә зарланманы. Тик бәғзе саҡтарҙа: «Эшләгәнең өсөн, исмаһам, балаларға ризыҡ бирелһә ине», – тигән саҡтары булғыланы.

Әсәйебеҙ сикһеҙ бала йәнле ине. Ул беҙҙе, ҡорһаҡтарҙа ас бүреләр олоған биш малайын, кис һайын: «Маллы бай түгел, уллы бай», тип маңлайҙарҙан үбеп, арҡаларҙан тупылдатып яратып, йоҡларға һала торғайны.

Әсәйемдең ғүмеренең ахырына еткәнсә өс зары булды: утын килтерә алмау сәбәпле тома наҙан ҡалыуы; биш баланың, исмаһам,  береһе ҡыҙ булмауы: русса белмәүе. “Урыҫтың аяҡланмаған сабыйы ла урыҫса белә. Мин нишләп белмәйем икән”, – ти ине.

Һаулығы шөкөр булды. Киҙеү, сөскөрөү кеүектәрҙе сиргә лә һанамай, аяҡ өҫтө үткәрер ине. Бер төймә дарыу йотҡанын да хәтерләмәйем. Сағыштырмаса оҙон ғүмер кисерҙе, 93 йәшендә әхирәткә күсте.

Дүрт йылға һуҙылған һуғыш ваҡытында ир-ат тәрбиәһе күрмәгән ауыл яу баҫылғас та ун-ун биш йылдар тирәһе үҙгәрешһеҙ ҡала килде. Ат арбаһы буйылай ғына бүрәнәләрҙән төҙөлгән балсыҡ нигеҙле, һалам ҡыйыҡлы (һалабаш ҡабыҡлылар самалы ғына ине) өйҙәр заман талаптарына тап килмәй ине.

Атай-ағайҙар фронтҡа киткәндә 9-10 йәшлек кенә малайҙар, ир-ҡорона етеп, заманса техникаға ултырып алғас, 50-се йылдар аҙағына, 60 йылдар баштарына ауылдың йөҙө ҡырҡа үҙгәреш кисерә башланы. Эре, оҙон бүрәнәләрҙән алты босмаҡлы өйҙәр күтәрелеп, ҡыйыҡтары шиферҙар менән ябылды. Шиферҙар аҙбар, келәт баштарын да матурланы. Ҡоймалар таҡтанан тартылды. Өс-дүрт йыл эсендә ауыл тамырынан үҙгәрҙе. Бындай үҙгәреш – күтәрелештең тос өлөшө колхоздың йәш шоферҙары Лотфулла Аҡсурин, Бабич Аҡъюлов, Мөхәммәт Аҡъюловтың иңдәренә төшә ине. Машина ене ҡағылған ағайҙар йыл әйләнәһенә рулдән төшмәй эшләр булып китте. Эш сәғәттәре, татлы йоҡоларын ҡалдырып, иртәнге сәғәт 3–4-тә башлана торғайны. Колхоз эштәренән һуң, ауылдаштарға бүрәнә, утын-бесән ташырға йәлеп ителделәр. Яғыулыҡтың да ул замандарҙа үтә лә арзан булыуы ла (бензиндың литры Сталин аҡсаһы менән 7–15 тин???) алһыҙ-ялһыҙ эштәргә мөмкинлек биргәндер. Ул шоферҙарҙың фотоһүрәттәре лайыҡлы рәүештә «Почет таҡтаһы»нан төшмәне.

Бабич абзыйҙың уңышлы эшләүендә Шәһиҙә еңгәйҙең дә хеҙмәте ҙур булды. Сәғәт 3-тән тороп, абзый факел менән картер майы йылытһа, еңгәй блокты йылытырға ҡаҙан тултырып һыу эҫетте. Мотор йылынғансы урамға тиклем юл таҙартты. Капот аҫтындағы ремонт эштәрендә лә «ассистент» булды...

Был яҙмамда үҙемдең 20 йыллыҡ ғүмеремдең эсендә күргән-белгән ауылдаштарымдың эш-ҡылыҡтарынан, ғөрөф-ғәҙәттәренән халыҡ хәтерендә ҡалырлыҡ булған фрагменттар ғына бәйән ителде. Ауылымдан ситкә сығып китеүемә лә 60,5 йыл үтеп киткән. Ул арауыҡта ла өлгөлө эштәре, матур ғөрөф-ғәҙәттәре менән халыҡ хәтерендә онотолмай һаҡланып ҡалырлыҡ заттар булғандыр.

Ошо яҙмаға ташҡа баҫылырға насип булһа, әлеге мәлдә ауыл йәштәре шундайҙарҙан өлгө алып йәшәһендәр, матур традицияларын үҙҙәренән һуң килер быуындарға эстафета итеп еткерһендәр ине тигән теләктә ҡалам. Был теләгем Хоҙайҙың «Амин!»ы менән ауаздаш килһә, донъяла иң матур ауыл булған Үргенебеҙ үҙенең тулы ҡанлы йәшәйешен килер быуаттарға ла олғаштырыр. Иншалла.

Аҡъюл.

16.01.21

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас