Атайым хәлле кеше булған. Өс ҡатын алған. Икенсеһе – минең әсәйем Ҡәйҙә. Малдары, бал ҡорттары күп булған. Йәй ике ҡатыны менән йәйләүгә сығып киткән. Береһе һыйыр, бейә һауған, икенсеһе ҡымыҙ эшләгән. Әсәйем өйҙә ҡалған, тамаҡ хәстәрләгән. Шулай йәшәп ятҡанда йәйләүгә килеп атайҙы кулак тип ҡулға алғандар, малдарын ҡыуып алып киткәндәр.
Атайҙы ауылға алып килгәндәрендә әсәйем көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килгән. Был кешеләр: “Апай, аттарыбыҙға һыу эсер әле, йәйләүҙән сабып ҡайтып, тирләнеләр”, – тигән. Әсәйем ике биҙрә һыуын да аттарға эсереп, тағы һыуға киткән. Ҡайтыуына атайымды атырға торғандар. Улар әсәйемде күреп, уның ире икәнен белгәс: “Ярай, теймәй торайыҡ, был апай беҙгә изгелек эшләне бит”, – тигәндәр ҙә өйҙәге бөтә йүнле нәмәләрҙе алып сығып киткәндәр. Атайым ауырып йығылған. Һөргөнгә алып китергә тейеш булһалар һа, ауырығас, ҡалдырғандар. Ул күп тә йәшәмәй, миңә бер йәш тирәһе булғанда үлеп киткән.
Малдарҙы, әйберҙәрҙе генә алыу етмәгән, беҙҙең өйҙө һүтеп алырға килгәндәр. Әсәйем был мәхшәрҙе миңә күрһәтмәҫ өсөндөр, етәкләп тышҡа алып сыҡты ла: “Ана, дөйәләр менән күмер тейәгән ҡаҙаҡтар үтеп бара, шуларҙы ҡара”, – тине. Шулай итеп беҙҙең өйҙө һүтеп алып китеп күрше ауылға клуб итеп һалғандар. Беҙ хәйерселәп кеше өйөндә торҙоҡ. Аҙаҡ әсәй бер ситән өйҙө һатып алды ла шунда йәшәнек.
Һуғыш башланғас, атайҙың тәүге ҡатынынан тыуған Әбйәлил менән Әбҡәни ағайҙар һуғышҡа китте лә ҙә юҡ булдылар. Ҡатыны ла үлеп китә. Ике балаһы ҡала. Әсәйем шуларҙ ҡараны. Бәләкәсенә ике йәш тирәһе булғанда, сирләпме, аслыҡтанмы минең ҡуйынымда ғына үлеп китте. Ә минең менән бер булған Рәсүлде детдомға алып киттеләр.
Әсәйем келәттә иләк иләне. Ҙур иләктә иген таҙарттылар. сүп-сары ҡала, таҙаһын тоҡтарға тултырып, Дубиновка станцияһына ебәреп торғандар. Күрше Сәхип инәй менән бергә эшләйҙәр. Сабаталарын силғау урап кейәләр, шул сылғау араһында әҙләп бойҙай алып ҡайталар. Беҙҙең ҡул тирмәне лә юҡ ине. Әсәй күрше инәйгә инеп, баҙҙа йәшереп ҡуйылған тирмәндә тартып алып ҡайтты. Ә бер көн эшләгән өсөн бер ус он да бирҙеләр. Ондо әсәй беҙ апайым менән йыйып алып ҡайтҡан үләндәргә ҡушып, өйрә, көлсә бешерә ине. Әсе була торғайны. Балта менән сапҡан үлән ваҡланып бөтмәй, ашағанда һуҙылып тора...
Яҙ етһә, әтмәкәй, йыуа, ҡуян тубығы йыйған булабыҙ. Тал бөрөһөн дә һыпырабыҙ, әсәй уны ла он араһына һалып ебәрә. Ҡуян тубығын сей килеш әрсеп ашайбыҙ. Башы тәмле генә, төбөн ярабыҙ, эсендә ҡорттары була ине, һыпырып төшөрәбеҙ ҙә ашайбыҙ. Мөртләп кенә тора үҙе.
Өйҙә усаҡта ут һүнһә, әсәй, һоҫҡо тоттороп, Сәхип инәйҙәргә ебәрә. Уның ире һуғышҡа киткәйне. Өйҙә алты балаһы ҡалды. Мин барып инһәм, бабайы мейес артына йәшенде. “Бер кемгә лә әйтмә инде”, – тине инәй. Әллә ҡасып ҡайтҡан, иртәгәһенә килеп алып та киткәндәр. Шунан юҡ булды ул.
Колхоздың малы үлһә, кеше сират тороп итен бүлеп алып ҡайта. Әсәй этешеп-төртөшөп йөрөмәне, уға тиреһе генә ҡала торғайны. Шуны бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, ағасҡа урай ҙа мейестә ап-аҡ булғансы өтөп, беҙгә бирә ине. Урамға сығып ашаһам, тартып ала ла китәләр. Бөтәһе лә ас бит. “Өйҙә генә ултырып аша”, – ти әсәй.
Ашарға бер нәмә лә булмағанда әсәй үҙе ҡара һағыҙҙы сәйнәп сәй эсә ине. Атайҙың мал-мөлкәтен алып киткәс, беҙҙең бер нимәбеҙ ҙә булманы. Ҡабаҡ сәстек, ҡыш шуны ашаныҡ.
Сабатаны әсәй Сабатар тигән ауылдан барып һатып алып ҡайта ине. Ҡайҙан аҡса тапҡандыр, бәләкәй булғас, уныһын белмәйем.
Бер йәй беҙҙе – ауылдан унлаған баланы ат менән ун ике саҡырымдағы Зианчура дауаханаһына алып киттеләр. Өйҙән мине генә алдылар. Бер аҙна тирәһе яттыҡ. Иртән – кеҫәл менән бер һыныҡ икмәк, төш – бутҡа менән бер һыныҡ икмәк, кис һыуға бешкән итһеҙ туҡмас ашы бирәләр. Унда башҡа ерҙәренән килгән балалар күп ине. Бер аҙна булһа ла ашап ҡайтҡас, хәл кереп ҡалды. Өйҙә бит икмәктең төҫөн дә күргән юҡ.
Ырымбурға ҡараһаҡ та, сиктәш булғас, Ейәнсураның Юнай тигән ауылы беҙгә яҡын ғына. Унда бөтә кешеләрҙең кәзәләрен йыйып, һөтөнән брынза эшләгәндәр. Ул ҡатҡас, шырпы ҡабы һымаҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап ҡырҡып, феләккә тултырып һуғышҡа ебәргәндәр. Бәхти, Сәлихә апайҙар шунда эшләгән.
Һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе әсәйемдәр баҫыуҙа ишеткән. Бөтәһе лә ҡыуанышып ауылға ҡайтҡан. Туған тейешле Хәбирә апайҙың ире Ҡаһармән еҙнә ҡайтып төштө. “Һуғыштан иҫән-һау ҡайтһам, өҫтөмдәге күлдәгемде сисеп бирәм”, – тигән икән. Шул күлдәген миңә бирҙе. Хәбирә апай миңә уны бәләкәсәйтеп тегеп кейҙерҙе.
Һуғыштан һуң да ауыр йәшәнек. Ауылда өсөнсө класты бөтөргәс, әсәй мине Зиянчураға алып китте. Мәктәптә бер ағай беҙҙең ҡағыҙҙарҙы, унан ниндәйҙер журналғамы ҡараны ла әсәйемә: “Беҙ балағыҙҙы уҡырға ала алмайбыҙ. Ирегеҙ һөргөнгә ебәрелергә, йә атылырға тейеш булған. Һинең балаңды алып, минауат булайыммы ни. Йә фамилияғыҙҙы үҙгәртегеҙ”, – тине. Шулай итеп “кулак балаһы” тип бер ерҙә лә хут бирмәнеләр, уҡымай ҡалдым.
Юнай ауылына Закир исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Колхоз иген һалыр өсөн таштан склад төҙөнө. Шунда беҙ лай (цементты һыу менән бутау) болғатып, төҙөүселәргә көйәнтәләп ташып торҙоҡ. Унан ауылда мәктәп һалдылар, унда ла лай болғатып, күнәкләп ташыныҡ. Аҙаҡ иптәшем Йылайырға барып, веттехникка уҡып ҡайтты.
Ете бала үҫтерҙек. Өс малайыма ла армиянан маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары килде. Шөкөр, балаларыбыҙ йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Оло йәштә булһам да, ауылда бер үҙем йәшәп ятам әле, йәй булһа, балалар килеп тула, ҡыш булһа, үҙем һәр береһендә ҡунаҡта йөрөп ҡайтам. Егермеләп кәзә тоттом, балалар үҫтергәндә лә дебет шәлдәре бәйләп, йылына ун бишләпте һатып, изгелеген күрҙек. Былтыр ғына ла үҙемә тип бер шәл бәйләп алдым. Ҡалған ғүмерҙе лә ҡыуанып йәшәргә яҙһын. Илдәр имен булһын.
Зөһрә Ҡотлогилдина.