Ошо уҡ операцияла Иҙәш ауылында тыуып-үҫкән, һуңғы йылдарын Иҫәнғолда ҡыҙы янында үткәргән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәки Абдулла улы Сөләймәнов та ҡатнашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Көнбайыш Кореяның Сейсин ҡалаһын япон баҫҡынсыларынан азат итеүсе, ике телде лә үҙләштергәне өсөн даими разведкаға йөрөүсе Зәки Абдулла улы Сөләймәновтың түшен бик күп хәрби наградалар биҙәй, «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән дә наградлана. Һуғыш ветераны 2007 йылдың 12 декабрендә, 82 йәшендә, Иҫәнғол ауылында вафат була.
Көнбайыш Кореяның Сейсин ҡалаһын япон милитаристарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан Зәки Абдулла улы иҫтәлектәрендә шанлы йылдар тураһында яҙып ҡалдырған. Германия һуғыш иғлан иткәндән һуң ике йыл үткәс, ул икенсе егет урынына фронтҡа ебәрелә. Ташкенттағы йыйыу пунктынан йәш һалдаттарҙы һуғыштан яраланып ҡайтҡан сержанттар оҙатыуында тимер юл менән Себерҙәге Свободный ҡалаһына алып барғандар. Ҙур гарнизонда учебка үткәндән һуң 1943 йылдың 10 майында хәрби ант биргәндәр. Артабан уларҙың часын Раздольныйға, һуңынан Владивосток янында 120 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Шкотовоға күсерәләр. Һәр полктан бер кешене һайлап, Сергей Лазо исемендәге станциялағы снайперҙар әҙерләү мәктәбенә ебәрәләр.
«Бында килгәс тағы ла медкомиссия үттек. Һау булһаң да, ҡул көсөн һынап, пружина һыҡтырҙылар. Кем дә кем уны етерлек һанға тиклем һығалмай, уларҙы кире частарға ҡайтарҙылар. Минең менән килгән, байтаҡ бергә хеҙмәт иткән Омаровты ла кире оҙаттылар. Кәүҙәгә бәләкәй генә булһам да, мин пружинаны һыға алдым һәм мәктәптә тороп ҡалдым. Дисциплина бик ҡаты булды: 3 минутта иртәнге «подъем»да кейенеп өлгөрөргә тейеш инек. Көндәр ныҡ һыуыҡ, йыш ҡына 50 градусҡа етте, аяҡта бер ҡат силғау менән Американан икенсе фронт асылғандан һуң килтерелгән ҡыҙыл ботинкалар. Хәрби күнекмәләр сик янында ғына үткәрелде. Янда ғына «нейтральная полоса» үтә ине. Бик алыҫ түгел Маньчжурия ҡалаһы күренгеләй. Ҡайһы ваҡыт күнекмәләр үтә етди барҙы. Әҙерләүҙәр мәктәбендә 300-ләп кенә кеше булдыҡ. Үҙәккә үтерлек һыуыҡта беҙҙең составтың 70 проценты һалҡын алдырҙы. Мин дә аяҡ бармаҡтарымды туңдырып, лазаретта ятып сыҡтым. Алты айҙан һуң занятиелар тамамланғас, элекке частарыбыҙға ҡайтарҙылар.
Ул ваҡытта тревогалар бик йыш булып торҙо. Тулы хәрби әҙерлек менән кейенеп, төндә марш-бросокка сығып, бер нисә тиҫтә саҡрым йүгереп, кире казармаларға ҡайта инек. Сөнки немец илбаҫарҙары Сталинградты алһа, Япония беҙҙең илгә һөжүм итеп, Уралға тиклем баҫып алырға самалап, ғәскәрен сик янына туплай, тинеләр. Шуға беҙгә тынғы булманы.
Хәрби гарнизонда ете класс белемле һалдат-сержанттарҙы уҡытып, хәрби әҙерлек үткәргәндән һуң кесе лейтенант званиеһы биреп Көнбайыш фронтына оҙаталар ине. Күнекмәләр ҡаты тәртиптә үткәрелде. Шулай итеп бында ла миңә хәрби әҙерлек үтергә, 120-шәр саҡрымлы марш-бросоктарҙа тулы хәрби әҙерлектә, ике бот ауырлығындағы йөк менән йүгерергә тура килде. Сыҙай алмай сәсәп үлеп ҡалған яугирҙәр ҙә булғыланы, сөнки ныҡ тирләп килеп, ямғырҙан ҡалған бысраҡ һыуҙан уртлаһаң, әлбиттә, аяғыңды һуҙаһың. Ундайҙарҙы беҙҙең арттан машина менән йыйып барҙылар. Ҡайһы ваҡыт Владивосток портына Американан килгән пароходтарҙың хәрби йөктәрен бушатырға алып бара торғайнылар.
Шундай бер төндә тревога менән тулы хәрби әҙерлектә марш-бросок яһап Владивосток диңгеҙ портына килеп еттек. Унда хәрби кораблдәр көтә ине. Беҙҙе 25-се армия составында Японияға ҡаршы һуғышҡа алып киттеләр. Хәрби кораблдәрҙә диңгеҙ десанты формаһында Япон диңгеҙе буйлап Кореяның Сейсин портына юл тоттоҡ.
Сейсин ҙур портлы ҡала ине. Уға яҡынлаша башлағас, кораблгә дошман снаряды тейҙе, моряктар тишекте тиҙ генә ямап ҡуйҙы. Дошман ғәскәрҙәре кораблде портҡа яҡын ебәрмәй атып торҙо. Беҙҙең арттан килгән кораблдәрҙә алыҫҡа атыусы орудиелар һәм «Катюша»лар портты штурмға тотто. Бөтөн нимә яна, ҡара төтөн эсендә саперҙар пантондар һалып, уның өҫтөнә бер генә буй таҡтаны (уныһы ла нәҙек кенә!) түшәне. «Комсомольцы, вперед!» тигән команда аҫтында шул таҡта буйлап йүгереп ярға ташландыҡ. Инде был йоҡа, тар ғына таҡтанан яҙа баҫһаң – осоп, акулаларға аҙыҡ булыуың ихтимал. Иҫән-аман, диңгеҙгә ҡолап төшмәй, штурм менән портҡа килеп мендек. Портта янғын, бер нимә лә күрерлек түгел. Шулай итеп оборона тотоп яттыҡ.
Иртәгеһен яҡтырғас, күҙгә шулар салынды: портта байтаҡ ҡына хәрби кораблдәр батырылған, мачталары ғына күренеп тора. Һыу өҫтөндә мыжғып ятҡан мәйеттәрҙе диңгеҙ тулҡыны уртаға алып китеп, кире килтереп ярға, ҡаяларға һуға ине. Уларҙың ҡайһы илдең һалдаттары икәнен белеп тә булмай. Аҙаҡ алдан ебәрелгән диңгеҙ десанты Сейсин ҡалаһын ала яҙып, ярҙамға өҫтәлмә көстәр килеп етмәгәс, ҡырылыуҙарын, бер нисәүһе генә ҡая таштар араһында тороп ҡалыуын белдек.
Шул бәрелештәге шартлау тауышына ҡолаҡтан ҡан ағып йөрөнө, контузия алдым. Санчастҡа мөрәжәғәт итмәнем, ваҡыт та булманы. Шулай йөрөй торғас, үҙенән-үҙе ҡан килеүе туҡталды. Ашарға аҙыҡты вертолеттан ташлайҙар ине. Әлбиттә, сухариҙар. Был ҡаланың ҡап уртаһында ҙур ғына тау, диңгеҙ яғында текә ҡаялар, әҙәм менерлек түгел. Уның аҫтында дүрт рәт хәрәкәт итеүгә яраҡлаштырылған гудрон шоссе. Юлдары киң, уңайлы. Беҙҙең ғәскәр 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты командующийы маршал Малиновский, 25-се армияның командующийы генерал-полковник Шестяков, Хәрби Совет ағзаһы генерал-полковник Штыков етәкселеге аҫтында булды. Мин шул армия составында һуғыштым.
Атака менән шул ҡала уртаһындағы тауға менеп еттек. Тау башында япондар оборона тотоу өсөн эшләгән окоптарға урынлаштыҡ. Унда япон офицерҙары өсөн төҙөлгән күҙәтеү пунктында улар бик һәйбәт йәшәгәндәр. Бер урында ҙур һауытта япон араҡыһы – 30 градуслы саке йәшерелгән булған. Уны табып, һалдаттар фляжкаларына тултыра башлағас, комбат тиҙ үк контролгә алып, тыйҙы. Бәлки ағыуланғандыр, тигән шөбһә лә бар ине. Шулай ҙа, уны эсеп зыян күреүсе булманы.
Был бейеклектә оборонала торғанда 15 кешенән взвод төҙөнөләр, был взводҡа мин дә эләктем. Миндә оптик прицеллы снайпер мылтығы ине, уны алдылар ҙа «ППШ» автоматын бирҙеләр. Взводҡа командир итеп кесе лейтенант Баркуновты тәғәйенләнеләр. Сейсиндан 8 саҡрым арала ятҡан Ронан ҡалаһына барырға бойороҡ алдыҡ. Был төндә, Ронанға етер алдынан, бик ҡаты бомбаға тотоуға эләктек. Сейсиндағы портта урынлашҡан үҙебеҙҙең яр артиллерияһы төрлө калибрлы пушкаларҙан Ронан портын утҡа тотто. Хоҙай һаҡланы үлемдән – тик тупраҡ менән күмелеп ҡалынғайны, һау ҡалғандарыбыҙ көс-хәл менән сыҡтыҡ. Унан инде үҙебеҙҙең дивизия ла килеп етте, шуларға ҡушылып, алға табан атланыҡ.
Тамаҡ ялғау яғы һәйбәтләнде, трофей малдар: үгеҙҙәр, сусҡалар һәр ерҙә тулып йөрөй. Эйәләре тау араһына ҡасып бөткән, йөрөй алмаған ҡарт-ҡоро ғына ҡалған йорттарҙа. Беҙҙең ғәскәр бик ныҡ ҡоралланған, һуғышып өйрәнгән. Төрлө калибрлы орудиеларҙан: минометтарҙан, «Катюша»ларҙан дошман позицияларына ут асып, алға ҡарай һөжүм итте. Япондар артыҡ ҡаршы тора алманы, сигенде. Беҙҙекеләр тау араларында боҫҡан баҫҡынсыларға көслө ут асып, комендатура частарын ҡалдырып, япон ғәскәрҙәрен күпләп пленға алып, алға табан ынтылды...»
Наилә ҠАРАБАЕВА.