Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Сентябрь 2025, 12:30

Батырҙар эҙһеҙ юғалмай

Күп йылдар хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған ҡартайымдың ҡәберенә тыуған тупраҡты һалдым

Бөйөк Ватан һуғышы... 80 йыл үтһә лә, уның шаңдауы беҙҙең күңелдәргә тынғы бирмәй. Был һуғыш хәтирәләре йөрәктәрҙе тетрәндерә. Минең дә ике ҡартайым ил азатлығын яҡлап, йәндәрен аямай ошо дәһшәтле һуғышта ҡатнашҡан.

Ҡартайым Зиннәтулла Сибәғәтулла улы Ҡарабаев һуғыштың тәүге көндәренән үк алынып, дүрт йыл буйы немец илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ алыша. Һуғыш бөткәс тә тиҙ генә ҡайта алмай, балта оҫтаһы булған ҡартайымды емереклектәрҙе төҙөкләндереүгә ҡалдыралар. Ул яңы төҙөлгән йорттарға ишек, тәҙрә коробкалары, тәҙрә рамдары эшләй. Тик 1947 йылда ғына яратҡан ғаиләһенә әйләнеп ҡайта. Өләсәйем Мәфтуха менән гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр. Эшкә тилбер ҡартайым колхозда ал-ял белмәй тырышып эшләй. Әммә һуғыш яралары һөҙөмтәһендә йәшләй мәрхүм була.

Ә икенсе ҡартайым Хәсән Ишдәүләт улы Йылҡыбаев 2005 йылға тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ине. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы алдынан, өлкән ҡыҙы Ғәйшә инәйгә Ленинград өлкәһе Колтуши ауылы военкоматынан хат килеп төшә: “Йылҡыбаев Хәсән Ишдәүләт улы Ленинградты азат итеүҙә батырҙарса һәләк булды”. Көтөлмәгән яңылыҡҡа сикһеҙ ҡыуандыҡ. Ҡайҙа ерләнгәне асыҡланғас, уны барып күреү теләге менән яна башланым.

Изге ниәт юлға әйҙәне

Былтыр, 13 июнендә тормош иптәшем Рәшит менән Колтуши ауылына юлландыҡ. Ҡартайымдың ҡәберен табып, тыуған тупрағын һалыу ине ниәтебеҙ. Ҡәберлекте тиҙ таптыҡ. Тик хеҙмәткәрҙәр зыяраттың ауыл халҡы өсөн тәғәйенләнеүен, ә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре туғандар ҡәберлегендә ерләнеүен әйтте. Беҙ баҙап ҡалдыҡ. Унан ауыл хакимиәтенә инеп, ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе аңлаттыҡ. Урындағы башлыҡ Александр Зыбин ярҙам ҡулы һуҙып, водителен беҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырҙы. Сергей беҙҙе Колтуши ауылы тирәһендә урынлашҡан дүрт туғандар ҡәберлегенә алып барҙы. Үкенескә күрә, ундағы мемориаль таҡталарҙың береһендә лә ҡартайымдың  фамилияһы булмай сыҡты.

Йәмғиәт менән бәйләнеш булдырыусы төп белгес Оксана Шарга отпускыла булыу сәбәпле, бер мәғлүмәт тә ала алманыҡ. Шулай ҙа, тәҡдим иткәндәренсә, Хәсән ҡартайымдың исемен мәңгеләштереү өсөн ғариза яҙып ҡалдырҙыҡ.

Аҙна үтеүгә Оксана Николаевна шылтыратып, ҡартайыбыҙҙың Озерки ауылы эргәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнеүен хәбәр итте. Ишеткәс, күҙҙәргә йәш төйөлдө. Беҙ унда булдыҡ, Хәсән ҡартайым эргәһендә торғанбыҙ. Исеме булмағас, маҡсатыбыҙға ирешә алманыҡ. Оксана Николаевна, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҡартайыбыҙҙың исемен мотлаҡ мәңгеләштерәсәктәрен  белдереп, беҙҙе тантанаға саҡырҙы.

Ленинградты һаҡлап һәләк була

Йәш, мыҡты кәүҙәле, типһә тимер өҙөрлөк, төҫкә сибәр Хәсән ҡартайым, 1926 йылда Урта Муйнаҡ ауылының  һылыу ҡыҙы Миңзифаға өйләнеп, ишле ғаилә булып, кәртә-ҡура тултырып мал көтөп, гөрләтеп йәшәп ятҡанда колхоз төҙөү башлана. Колхоз ойоштороуҙа фиҙаҡәрлек, тырышлыҡ, әүҙемлек күрһәтә. Алты баш һауын һыйырының дүртәүһен биреп, ғаиләһе менән колхозға инә.

Ауылдаштары, өлгөлө ғаилә башлығын, егәрле, талапсан, эшкә яуаплы ҡараған ҡартайымды 1938 йылда колхоз рәйесе итеп һайлай. Ең һыҙғанып эшләп йөрөгәндә немец фашистары, ил тыныслығын боҙоп, баҫып инә. Һуғыш башланыу менән һәр ғаиләнән ирҙәрҙе яға оҙата башлайҙар. Яуаплы вазифалағы Хәсән ҡартайыма бронь бирәләр. 1942 йылдың ғинуарында Рус Самаҙыһынан Иван исемле егет яраланып ҡайтҡас, уны үҙенең урынына ҡалырға өнәй. Икәүләшеп район үҙәге Иҫәнғолда урынлашҡан райкомға баралар. Ҡартайым бронен систереп, үҙ теләге менән һуғышҡа китә.

Хәсән ҡартайым, немец фашистары тарафынан 1941 йылдың 8 сентябрендә блокадаға алынған, Ленинградты азат итеү өсөн барған оборона һәм һөжүм итеү һуғыштарында ҡатнаша. Уҡсы, снайперсы булып, алғы һыҙыҡта йөрөй. 1943 йылдың 12-30 ғинуарында Ленинград, Волхов фронттары һәм Балтик флотының уртаҡ тырышлығы менән хәрби операция ойошторола. Ҡаланы азат иткәндә ҡартайым ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Ҡышҡы зәһәр һыуыҡ, аҙыҡ-түлектең наҡыҫлығы, дарыуҙар етешмәүе, госпиталдә шарттарҙың насар булыуы сәбәпле, ул ауыр яраһынан төҙәлә алмай. Ҡартайым Колтуши ауылындағы зыяратҡа ерләнә.

Ленинградты һаҡлау һәм азат итеү өсөн барған ҡаты һуғыштар, яугирҙарҙың күпләп һәләк булыуы, шарттарҙың көсөргәнешлеге һөҙөмтәһендә барлыҡ ғаиләләргә лә туғандарының һәләк булыуы тураһында хәбәр ебәрә алмағандар. Шул иҫәптән, Хәсән ҡартайымдың ғаиләһенә лә. Һуғыштан һуң, эшсе депутаттарҙың Всеволожский райсоветы башҡарма комитетының ҡарары менән 1949 йылдан 1959 йылға тиклем, яугирҙәр ерләнгән ҡәберлекте эреләтеү башлана. 32 эре һәм бик күп айырым ҡәберлектәрҙән 9 эреләтелгән туғандар ҡәберлеге булдырыла. Минең ҡартайым Хәсән Ишдәүләт улы ла Озерки ауылы эргәһендәге туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә.

Исеме мәңгеләштерелде

Быйыл 9 майҙа Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантанала ҡатнашыу өсөн Колтуши ауылына барҙыҡ. Хакимиәттә беҙҙе Оксана Николаевна Шарга йылы ҡаршыланы. Ул Ленинградты обороналау һуғыштары, ҡартайымдың хәрби юлы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ихлас аралашҡандан һуң, байрамға Озерки ауылына юлландыҡ.

Сығыш яһаусылар Бөйөк Ватан һуғышы, Ленинградты азат итеүселәрҙең рухи ныҡлығы, сыҙамлылығы, ҡаһарманлығы тураһында тулҡынландырғыс итеп һөйләне. Беҙҙең һымаҡ ҡартайҙарын иҫкә алып, хөрмәт күрһәтергә килеүселәр ҙә бар ине.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантанала Колтуши ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Зыбин ҡартайыбыҙ, Хәсән Ишдәүләт улы Йылҡыбаевтың исеме мәңгеләштерелеүен иғлан итте. Беҙ Озерки ауылындағы туғандар ҡәберлегендә  мемориаль таҡтала ҡартайыбыҙҙың исемен күреп ҡыуандыҡ. Хәсән ҡартайыбыҙҙың ҡәберенә тыуған еренән алып килгән тупраҡты һалып, хөрмәт күрһәттек.

Маҡсатыбыҙға ирешеп, ошо ҙур эште башҡарғандан һуң күңелдә ниндәйҙер еңеллек кисерҙек. Ил тыныслығы, беҙҙең матур тормош өсөн йәнен биргән ҡартайыбыҙҙың да рухы шатланғандыр, тип уйлайым. Ике ҡартайыбыҙға ла: Йылҡыбаев Хәсән Ишдәүләт улына һәм Ҡарабаев Зиннәтулла Сибәғәтулла улына еңеү өсөн ҙур рәхмәт!

Нурия Биктимерова.

Самаҙы­–Мәскәү.

8 сентябрь – Ленинград блокадаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

84 йыл элек, 1941 йылдың 8 сентябрендә, Ленинград блокадаһы ябыла: немец-фашист илбаҫарҙары Нева буйындағы ҡаланың Ҙур ер менән ҡоро ер бәйләнешен өҙә.

Төньяҡ баш ҡала халҡы түҙеп бөткөһөҙ шарттарҙа, аҙыҡ-түлектән һәм йылынан мәхрүм ҡала. Алда уларҙы 872 көн ҡурҡыу һәм һынау көтә. Әммә ленинградлылар дошман менән көрәште дауам итеү, фронтҡа ярҙам итеү һәм үҙ ҡалаһын һаҡлап ҡалыу өсөн тәүәккәллеген һәм батырлығын юғалтмай.

Ҡала халҡының байтағы производствоға йәлеп ителә, тиҫтәләгән завод ҡорал сығарыуға күсерелә. Ҡалала снарядтар һәм миналар, полк орудиелары частары, минометтар, «Катюша» системалары өсөн реактив снарядтар һәм башҡалар етештерелә. Ул ваҡытта ҡалала 400 мең самаһы бала була, улар ҙа дөйөм эштән ситтә ҡалмай,дошман менән көрәшкә үҙ өлөшөн индерә, яралыларға ярҙам итә, һыу, почта ташый.

Ленинград блокадаһы тарихҡа Бөйөк Ватан һуғышының иң фажиғәле һәм шул уҡ ваҡытта героик биттәренең береһе булараҡ инә. Аҙыҡ-түлек һәм йылылыҡ етмәй, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар һәләк була. Әммә ленинградлылар бирешмәй, рух көсөн, юғары ихтыяр көсөн күрһәтә һәм Бөйөк Еңеүҙең символына әүерелә.

2022 йылда Санкт-Петербург ҡала суды Ленинград блокадаһын хәрби енәйәт, милли һәм этник төркөмдәрҙең геноциды тип таный.

Ленинград блокадаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә беҙ немец-фашист илбаҫарҙарын еңеүгә һәм Төньяҡ баш ҡаланы киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе иҫкә алабыҙ. Ленинградты батырҙарса яҡлаған һәр яугирҙәрҙе хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Үлгәндәрҙең хәтере  мәңгелек!

Ә. Әйүпова.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас