Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
17 Октябрь 2025, 12:47

Ҡаһармандар ғына лайыҡ награда

Әлбиттә, быйылғы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ейәнсура районының 95 йыллыҡ юбилейҙары уңайынан, Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ҡыйыулыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған батыр яҡташтарыбыҙҙы сағылдырып үткем килде.

Григорий Иванович Филатов еңеү билдәләре һуғылған 40-сы борт һанлы “Як-7Б” янында.
Григорий Иванович Филатов еңеү билдәләре һуғылған 40-сы борт һанлы “Як-7Б” янында.

Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзының граждандар һуғышы ваҡытындағы иң беренсе – 1918 йылдың 16 сентябрендәге Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты тарафынан раҫланған, һуғыш яланында айырыуса ҙур батырлыҡтар һәм ҡаһарманлыҡтар күрһәткән яугирҙәргә тапшырылған ҙур награда ул. Шулай уҡ Ҡыҙыл Байраҡ ордены юғары батырлыҡ өлгөһө күрһәткән хәрби берәмектәргә, подразделениеларға, диңгеҙ кораблдәренә, округтарға, ҡалаларға, ойошмаларға ла тапшырылған. 1991 йылға тиклем 581 300 хәрби орден Тыуған илебеҙ өсөн барған төрлө һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡаһарман совет һалдаттарына, командирҙарға, хәрби берәмектәргә тапшырылған.

1918 йылдың 17 ноябрендә Яңы Ҡаҫмарт ауылында тыуған Григорий Иванович Филатов Советтар Союзы Геройы исеменә (1943 йылдың 2 сентябрендә) лайыҡ булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың береһе.

Григорий Иванович ФИЛАТОВ

Иң беренсе булып беҙҙең Ейәнсура районында хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденына Яңы Ҡаҫмарт ауылында тыуып үҫкән летчик-истребитель Григорий Иванович Филатов лайыҡ була. Волхов фронтының 1942 йылдың 20 апрелендәге 19-сы приказына 283-сө истребитель авиация полкы командиры капитан Бондаренконың 1941 йылдың 6 октябрендә лейтенант Филатовҡа яҙған награда ҡағыҙына нигеҙләнгән.

Награда ҡағыҙынан: “1941 йылдың 26 авгусынан 283-сө истребитель авиация полкының беренсе эскадрильяһы составында һуғышыусы иптәш Филатов үҙен батыр һәм инициативалы летчик итеп күрһәтте, 26 тапҡыр хәрби осош яһап, шуларҙың 16-һы – штурм осошона, икеһе – һауа һуғышына, һигеҙе – разведка, йәки беҙҙең совет ғәскәрҙәрен ҡаплау осоуона индерелде.

Штурм осошо ваҡытында иптәм Филатов ерҙә ике фашист самолетын, яғыулыҡ һәм пехота тейәлгән 12 автомашинаһын, алты зенит орудиеһын шартлатып яндырҙы, 150-нән ашыу дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итте. Чудово районын штурмлаған осош ваҡытында лейтенант Филатов уң ҡулынан яраланыуына, самолетын фашистарҙың зенитка утынан зыян күреүенә ҡарамаҫтан, аэродромға алып ҡайтып еткерҙе. Һуғышта үҙен ҡурҡыу белмәҫ батыр һәм оҫта летчик итеп күрһәтте. Ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Филатовты хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләргә тәҡдим итәм”.

Капитан Григорий Иванович Филатов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист округтарына барған ҡаршы һуғышта136 хәрби осош яһап, 21 дошман самолетын бәреп төшөрә. Ҡаһарманлығы Ҡыҙыл Байраҡ (02.04.1942), II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (08.12.1941), Ленин (02.09.1943) ордендары, Советтар Союзы Геройының “Алтын Йондоҙ” (02.09.1943) миҙалы менән баһаланған. 1943 йылда ауыр яраланып, бер күҙен юғалтыуға ҡарамаҫтан, үҙенең ныҡышмаллығы арҡаһында хәрби авиацияла ҡалып, дошманды туҡмауын дауам иткән патриот яҡташыбыҙ ул.

Григорий Иванович Филатов оҙаҡ йылдар Мәскәү ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Батыр летчиктың йөрәге 2000 йылдың 23 мартында тибеүҙән туҡтай. Ейәнсура районының батыр улы Мәскәү ҡалаһының Митинский ҡәберендә хөрмәтләп ерләнгән.

Ришат Ҡыуатов.

Сәғит ауылы.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас