Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин яңы пособие тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты балаларҙы тыуҙырыу һәм тәрбиәләү буйынса берҙәм пособие индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Ул ғаиләләргә әсәнең йөклөлөк осоронан башлап һәм балаға 17 йәш тулғансы түләнә. Ғаиләлә бер нисә бала булһа (17 йәшкә тиклемгеләр), түләү һәр балаға айырым тәғәйенләнә.

Льгота 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Уның күләме төбәктең йәшәү минимумының 50 %, 75 % йәки 100 процентын тәшкил итәсәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: