

Был хәл Мәскәү өлкәһендә булған.
12 йәшлек ҡыҙ дауаханаға "Арҡаның зарарлы сәнселеү йәрәхәте" диагнозы менән килтерелә. Тикшереү барышында уға иртәнсәк мәктәптә класташы һөжүм итеүе билдәле була. Үҫмер ҡыҙҙың арҡаһына тотонолған медицина шприцы ҡаҙай һәи инфекция индерә.
Ҡыҙҙы ҡараған табиптар уның ауырыу йоҡтороуын билдәләгән. Энәнең нимә менән заралы булыуы һәм ҡыҙҙа ниндәй инфекция икәне әлегә асыҡланмаған. Ә һөжүмсе менән хоҡуҡ һаҡсылар эшләй.
Әйткәндәй, үҙәк матбуғат хәбәр итеүенсә, күптән түгел бер әсәй үҙенең 8 йәшлек улына урамда билдәһеҙ кеше шприц менән сәнсеүе хаҡында хәбәр иткән. Полиция видеолар буйынса ғәйепләнеүсене эҙләп тапҡан. Тегеһе ҡоралдың шприц түгел, ә бары канцелярия кнопка булыуы хаҡында әйтә.