

Үткән тәүлектә республика юлдарында 7 авария теркәлгән, 1 кеше һәләк булған, 12 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200-ҙән артыҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы һәм 33 иҫерек водител теркәлгән.
Мәләүез районында Өфө-Ырымбур трассаһында "Lada Priora" һәм "Kia Optima" автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 70 йәшлек водитель һәләк булған. Уның 14 йәшлек пассажиры тән йәрхәттәре алған.