ПРОИШЕСТВИЯ
10 Февраль 2022, 05:45

Бер юлы ете ҡоралайҙы атып алған

Башҡортостанда браконьерҙар әүҙемләшкән

Бер юлы ете ҡоралайҙы атып алғанБер юлы ете ҡоралайҙы атып алған
Бер юлы ете ҡоралайҙы атып алған

Ҡыр хайуандары, ҡар күп булғанлыҡтан, юлдарға яҡыныраҡ килә һәм һөҙөмтәлә браконьерҙар өсөн еңел табышҡа әүерелә, тип хәбәр итә республиканың Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы белгестәре. Был хаҡта Resbash яҙҙы.

Ғинуар аҙағында Көйөргәҙе районы кешеһе Түкән ауылы янында бер юлы ете ҡоралайҙы атҡан һәм уларҙы ҡаргиҙәр ярҙамында өйөнә алып ҡайтҡан. Уның эҙҙәрен урындағы һунар инспекторҙары тапҡан. Браконьерҙың ихатаһында тентеү үткәргәндә ҡоралайҙарҙың тиреләрен һәм итен тапҡандар. Хәҙер уға штраф һәм өс йылдан биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

9 февралдә Мәсетле районында браконьерҙар тотолған. Ләмәз-Тамаҡ ауылының өс кешеһе инспекторҙар иғтибарын йәлеп иткән. Уларҙа бер нимә лә тапмағандар, әммә ҡарҙағы эҙҙәрен юллап, ҡоралайға һунар итеү эҙҙәрен һәм көрткә йәшерелгән мылтыҡ тапҡандар. Ирҙәрҙең береһе ғәйебен таныған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас