+24 °С
Ямғыр


Учалы район суды үҙ атаһын туҡмап үлтергән 36 йәшлек иргә хөкөм сығарҙы.
Эскән килеш атаһы менән һүҙгә килешкән ир күп уйлап тормай, атаһының башына һәм башҡа кәүҙә өлөштәренә һуғып туҡмай башлаған. Алынған тән йәрәхәттәренән оло ир кеше дауаханала йән биргән.
Суд барышында ир үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Уны 6 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр.