Белорет-Мәғнит автоюлының 241 км автомобиль юл аҫтына төшөп киткән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге бүлеге хәбәр итеүенсә автомобилдә 4 кеше булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 1995 йылғы егет һәләк булған, 1996 һәм 1979 йылғы пассажирҙар тән йәрәхәттәре алған.
Авария урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәктәге Белорет бүлеге ҡотҡарыусылары, медицина һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килгән.
Автомобиль водителе авария урынынан ҡасҡан, уның иҫерек булыуы асыҡланған. 1979 йылғы пассажирҙың умыртҡа һөйәге һынып, баш мейеһе һелкенгән, уны Белорет ҡалаһы дауаханаһына оҙатҡандар.
Аварияла ғәйепле водителде урманда табып алғандар. 36 йәшлек ирҙең водитель танытмаһы ла булмаған. Медицина тикшереүе 0,278 мг/л алкоголь күрһәткән.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.