

Өфө районы Нуғай ауылында бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә Хәсәнов бульварында 11 йәшлек малай электросамокатта йәнәшә барған «Mazda СХ-7» автомобиленә бәрелгән.
Уҡыусы төрлө тән йәрәхәттәре алған. Уны дауаханаға оҙатҡандар. Табиптар тәү ярҙам күрһәтеп, уны өйөнә ҡайтарғандар.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәре бара.
Көндәр йылытты. Балалар велосипедтарҙа, самокаттарҙа күпләп йөрөй башланылар. Төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарыуҙы иҫкәртеү өсөн балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотоу мотлаҡ икәнлеген аңлатайыҡ, ата-әсәйҙәр!