ПРОИШЕСТВИЯ
24 Июнь 2022, 06:58

Бәлә аяҡ аҫтында

Йәшерен-батырыны юҡ, күптәр ауыл ерендә "праваһыҙ", тейешле теркәлеү үтмәгән транспорт сараларында йөрөй. Эйе, дәүләт автоинспекторҙары һәр ауылға барып етә алмай. Әммә, кешене штраф түгел, ә бындай хәлдең күңелһеҙ тамамланыу мөмкинлеге туҡтатырға, кешенең хатаһы уйландырырға тейеш.

Бәлә аяҡ аҫтындаБәлә аяҡ аҫтында
Бәлә аяҡ аҫтында

Баймаҡ районы Әбдрәхмән ауылында көндөҙгө сәғ. 3-тә теркәлгән аварияла 56 йәшлек ир "Муравей" мотороллеры менән идара итеп, электр бағанаһына бәрелә. Алған йәрәхәт һөҙөмтәһендә ул авария урынында йән бирә. 

Асыҡланыуынса, ир кешенең водитель таныҡлығы булмаған, транспорт сараһы ла тейешле теркәлеү үтмәгән. 

Хөрмәтле райондаштар!Мототранспорт - иң хәүефле транспорт сараһы. Үтә етди булмаған бәрелеү ҙә водитель һәм пассажирҙың ғүмере өсөн хәүефле. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас