Сочи тауҙарында яҡташыбыҙҙы йәшен атып үлтергән
Өфөнән 47 йәшлек туристы йәшен атҡан, ул урында йән биргән, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Краснодар крайы буйынса Тәфтиш комитеты.
Бәхетһеҙ осраҡ 7 августа көндөҙ Аибга һыртында теркәлгән. Билдәле булыуынса, был ваҡытта ир диңгеҙ кимәленән 2100 метр бейеклектә булған.
Ведомствола белдереүҙәренсә, әле фажиғә сәбәптәре тикшерелә, шулай уҡ суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән