

Йәрмәкәй районында саҡ оло фажиғәгә юл ҡуйылмаған, ярай әле ваҡытында өлгөргәндәр. Бер йәшлек сабыйҙың әсәһе эштең ниҙә икәнлеген һиҙенеп, тиҙ арала медицина хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Табиптар тикшергәндән һуң, бәләкәстең ауыҙ эсенең, йотҡолоғоноң, тамағының химик матдәнән янғанлығын билдәләгән. Малайҙы тиҙ арала Өфөгә - республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында әлеге ваҡытта бәләкәй пациенттың хәле уртаса: үҙаллы йөрөй һәм ашай ала. Ул табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында, дауаланыуын дауам итә. Табиптарҙың белдереүенсә, йотҡолоҡтары янып килгән пациенттарҙың күпселеге - берҙән 10 йәшкә тиклемге бәләкәстәр. Был уларҙың был йәштә үтә ҡыҙыҡһыныусан булыуы менән бәйле. Шулай уҡ ата-әсәнең йорт тирәһендә булғанда иғтибарһыҙлығы, һаҡһыҙлығы ла оло бәләгә сәбәп булып тора. Ярамаған әйберҙәр баланың буйы етмәҫлек урында торорға тейешлеген онотмаһындар ине. Әгәр бындай хәлгә тарыған булһағыҙ кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.