

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 9 сентябрь төнөндә яңғыраған шылтыратыуҙа Өфөнөң Аксаков урамы 88/2 һанлы йортта янғын сығыуы хаҡында хәбәр итәләр.
Тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре килеп еткәндә буш торған ике ҡатлы йортто 10х12м ут ялмап алған була.
Утты һүндергәндән һуң янған кеше мәйете табыла. Әлегә уның шәхесе билдәһеҙ.
Хәҙерге ваҡытта оператив-тәфтиш группа тикшереү үткәрә. Янғындың сығыу сәбәптәре асыҡлана.
Йылытыу миҙгеленә аяҡ баҫтыҡ! Йылытыу ҡоролмаларының төҙөклөгөн тикшереп тороу кәңәш ителә! Уттан һаҡ булайыҡ!
Источник:https://www.bashinform.ru/news/law/2022-09-09/v-tsentre-ufy-v-sgorevshem-nezhilom-dome-nashli-trup-2941507