Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың 29 мартында социаль селтәрҙәрҙә әлеге видеояҙма таралды, унда 60 йәшлек ОБЖ уҡытыусыһы Камил Әхмәтйәнов мәктәп уҡыусыһының артынан баҫып тора, уны күтәреп алып өйрөлтә.
Ир үҙе белдереүенсә, уның ҡылығында законһыҙ бер нәмә лә юҡ, ул 16 йәшлек гимнастканы ярышта еңеүе менән ҡотлай. Ҡыҙҙың әсәһе бындай ҡотлауҙарҙы ҡабул итмәй һәм директор исеменә ялыу яҙа. Бынан тыш, шундай уҡ ялыу менән алты ҡыҙҙың ата-әсәһе мөрәжәғәт итә. Уҡытыусыны эшенән ебәрәләр. Элекке уҡытыусы, ул саҡта шулай уҡ урындағы ауыл советы депутаты, үҙенең дөрөҫлөгөн судта яҡларға ниәтләй - һәм шулай килеп сыҡты ла.
Бөгөн Кушнаренко район суды Әхмәтйәновҡа ҡарата аҡлау ҡарары сығарҙы. Судтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир ике тапҡыр әшәке эш ҡылыуҙа, шулай уҡ зыян күреүсегә ҡарата енси характерҙағы енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Һөҙөмтәлә ғәйепләү раҫланмай. Суд хөкөмө әлегә юридик көсөнә инмәгән.