ПРОИШЕСТВИЯ
1 Декабрь 2022, 12:36

6 йәшлек баланың үлемендә ғәйепләнгән янғын һүндереүсене хөкөм иттеләр

Суд янғын һүндереүсене өс йылға шартлы рәүештә хөкөм итте.

Аҡъяр ауылында 6 йәшлек баланың үлемендә ғәйепләнгән янғын һүндереүсене хөкөм иттеләр

Суд янғын һүндереүсене өс йылға шартлы рәүештә хөкөм итте.

Илнур Сәйфуллин ташландыҡ гаражда янғынды һүндерә һәм газ баллонын ихатала ҡалдырып китә. Оҙаҡламай яҡында йәшәгән ике малай баллон менән уйнарға тотона. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорамал шартлай, бер малайҙың — тән өлөшөнөң 90 процентын, икенсеһенең 50 процентын яндыра. Тәүгеһе дауаханала йән бирә.

Ир үҙ ғәйебен танымай. Бынан тыш, ул сабыйҙың ата-әсәһенә ике миллион әхлаҡи зыян өсөн компенсация түләргә тейеш.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас