ПРОИШЕСТВИЯ
11 Ғинуар 2023, 07:31

Машинаһын йылытам тип...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Volkswagen" автомобиле янып киткән.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, салонда бензин йәки төтәгән резина еҫе тойолһа, капот аҫтынан төтөн сыҡһа - паникаға бирелмәй, тиҙ генә туҡтап, двигателде һүндерергә, машинанан сығырға, пассажирҙарҙы ла сығарырға кәрәк, тип хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә.

Әгәр ҙә пассажирҙар булһа, машинанан ун метрҙан алыҫыраҡ китеүҙәрен, янғын һүндереүселәрҙе саҡырыуҙарын һорағыҙ (112 номеры буйынса шылтыратып хәбәр итергә кәрәк). Ут сығанағы бәләкәй булһа, уны ут һүндергес йәки ҡалын әйбер менән үҙ аллы һүндерергә мөмкин.

Ут капот аҫтында сыҡһа, капотты ҙур итеп асырға ярамай, уны саҡ ҡына күтәреп, ут һүндергесте утҡа йүнәлтергә мөмкин. Быны ике кеше эшләһә уңайлыраҡ: береһе капотты саҡ ҡына аса, икенсеһе алдан әҙерләнгән ут һүндергес менән утты һүндерә. 

Утты үҙ аллы һүндерә алмаһағыҙ, машинанан хәүефһеҙ ергә китегеҙ - яғыулыҡ багының шартлауы ихтимал.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас