ПРОИШЕСТВИЯ
26 Ғинуар 2023, 04:15

Эттең моронон ҡырҡып киткәндәр

Енәйәтсе 49 йәшлек элекке янғын һүндереүсе булыуы мөмкин, ти урында йәшәүселәр. Ир эсергә яратҡан, күршеләренә көн күрһәтмәгән.

22 ғинуарҙа  Салауат ҡалаһының Космонавтар бульварында урынлашҡан Өфө вузы филиалының элекке бинаһы биләмәһендә билдәһеҙ ир Малыш ҡушаматлы эттең моронон бысаҡ менән ҡырҡып киткән. Өргән тауышты ишетеп ҡалған кешеләр һаҡсыны саҡырған. Йәрәхәтләнгән этте Ишембайҙың ветеринария клиникаһына килтергәндәр, бында уға операция яһағандар.

Енәйәтсе 49 йәшлек элекке янғын һүндереүсе булыуы мөмкин, ти урында йәшәүселәр. Ир эсергә яратҡан, күршеләренә көн күрһәтмәгән, хатта фатирының балконына сығып, уларға янаған. Бер нисә тапҡыр эттең башына етергә теләүе хаҡында ла белдергән. Тегеләре иһә ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итеүҙәрен раҫлай.

«Әгәр был эште аҙағынаса еткермәһәләр, үҙебеҙҙең ошо эт урынында ҡалыуыбыҙ ихтимал», - ти ирҙең күршеләре.

Полицияла әйтеүҙәренсә, тикшереү башланған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас