ПРОИШЕСТВИЯ
31 Ғинуар 2023, 06:13

Башҡортостан предприятиеһында мина табылған

30 ғинуарҙа  ашығыс хеҙмәттәргә «БСК» предприятиеһы биләмәһендә тимер юл поезын бушатҡанда шикле әйбер табылыуы тураһында хәбәр килгән. Рәсәй гвардияһы ОМОН-ы төркөмө ваҡиға урынына юлланған.

Мина йөк поезында Ҡырымдан ярты илде үтеп килеп еткән. Уның нисек йөк поезына эләгеүе билдәһеҙ.

«Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре минаны тикшергән һәм уның шартлатҡысһыҙ һәм патронһыҙ 82 миллиметр ҙурлыҡтағы миномет минаһы булыуын асыҡлаған. Хәүефле табылдыҡ артабан тикшереү өсөн тәфтиш-оператив төркөмгә тапшырылған», — тип хәбәр итәләр.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас