Фажиғә Әбйәлил районында теркәлгән. Әсә ике ҡыҙы менән һеңлеһенә ҡунаҡҡа килгән. Йоҡлар алдынан улар кәйеф-сафа ҡороп ултырған. Иртәнсәк тороуға һигеҙ айлыҡ сабый үлгән булған - ҡыҙыҡай иҙәндә йөҙтүбән ятҡан. Төндә асығып уянған ҡыҙымды ашатып алдым, ти әсә.
«Бала әсәһе менән йоҡлаған, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, карауаттың ситендә. Бәлки, ҡыҙыҡай иҙәнгә ҡолап төшкәндер. Суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса ғына сабыйҙың үлем сәбәбен әйтергә мөмкин», — тип хәбәр итәләр ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡ «Башинформ» агентлығына.
Мәйетте ярыу өсөн Өфөгә алып киткәндәр.