ПРОИШЕСТВИЯ
25 Февраль 2023, 10:23

Унынсы ҡаттан ҡолап иҫән ҡалған

Был хәл Өфө ҡалаһында булған.

Өфөлә йәш ҡатын унынсы ҡаттан ҡолап төшкәндән һуң иҫән ҡалған Өфөләге Кузнецов Затоны биҫтәһендә йәш ҡатын билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында 10 ҡаттан ҡолап төшкән. Видеояҙманан күренеүенсә, ул ҙур көрт өйөмөнә ҡолаған. Ваҡиға урынына тиҙ арала шаһиттар йүгереп килгән һәм ашығыс ярҙам машинаһы саҡырған. Ҡатын әлеге ваҡытта Өфө дауаханаларының береһендә. Уның хәле ацыр тотороҡло тип баһалана. Бер нисә урындан һөйәктәре һынған һәм имгәнгән, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас