Уға Ватсап аша шылтыратып, инвестицияларҙа аҡса эшләүҙә ярҙам итергә тәҡдим итәләр. Ҡатын ризалаша, улар күрһәткән сайтта теркәлә. Эш башлар өсөн унда тәүҙә ун мең һум аҡса һала һәм бер аҙна буйына инструкция буйынса операциялар башҡара. Артабан мутлашыусы, ҡатындың аҙ процентлы килем алыуына бәйләп, башҡа уның менән эшләргә теләмәүе хаҡында хәбәр итә.
Февралдә тағы ла Ватсап аша звонок килә һәм уны, тағы ла эште дауам итеп, ҙурыраҡ суммала аҡса күсерергә тәҡдим итәләр. Ҡатын кредит алып “Сбербанк” кассаһы аша 500 мең һум күсерә. Унан тағы март башында кредит картаһынан 126 мең һум аҡсаны мутлашыусылар әйткән иҫәпкә күсерә.
17 мартта мутлашыусылар шылтыратып, уның ике операцияны дөрөҫ башҡармауы һәм бының өсөн компанияға 625 мең һумлыҡ зыян килеүе тураһында әйтәләр. Платформала эшләгән аҡсаны сығарыу өсөн тәүҙә килтергән зыянды ҡапларға кәрәклеге хаҡында иҫкәртәләр.
Ҡатын “Уралсиб”та кредит алып, тағы 500 мең һум аҡса күсерә.
Һөҙөмтәлә ул мутлашыусыларҙы 1 126 000 һумға байыта.
Башҡортостан буйынса ошондай уҡ енәйәти эштәр унау теркәлгән. Улар асып булмай торған, йәки һирәк асыла торған енәйәти эштәр иҫәбенә инә.