ПРОИШЕСТВИЯ
15 Июнь 2023, 05:47

Ейәнсурала йәнә авария

Ейәнсура ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн сәғәт 6:45-тә Һарыбил-Ҡыуандыҡ автоюлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.   

Ейәнсурала йәнә аварияЕйәнсурала йәнә авария
Ейәнсурала йәнә авария

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "ЗАЗ Шанс" автомобиле водителе машинаға идара итеүҙе юғалта.

Һөҙөмтәлә автомобиль юлдан ситкә төшөп китә. 

Бәхеткә күрә, водитель тере ҡала. Ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара. 

Хөрмәтле водителдәр, юлда һәр ваҡыт уяу булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, айырыуса төнгө ваҡытта иғтибарлы булығыҙ!

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас