ПРОИШЕСТВИЯ
2 Июль 2023, 15:25

Айыу кешеләргә һөжүм иткән

Айыуҙар бәшмәк йыйыусыға һәм көтөүсегә һөжүм иткән

Айыу кешеләргә һөжүм иткәнАйыу кешеләргә һөжүм иткән
Айыу кешеләргә һөжүм иткән

Айыуҙарҙың кешеләргә һөжүм итеүенең бер юлы ике осрағы теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостандың Экология министрлығы хәбәр итте. Беренсе осраҡ 28 июндә көндөҙ Ишембай районының Торғаҫ утарынан 400 метр алыҫлыҡта урынлашҡан урманда айыу бәшмәк йыйыусы кешегә менән һөжүм иткэн. Зыян күреүсенең арҡаһы һәм башы яралана. Ир үҙе өйөнә ҡайтып, "ашығыс ярҙам" саҡырған. Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар күҙәтеүе инспекторы, шулай уҡ Ишембай район-ҡала һунарсылар йәмғиәте егере тикшереү үткәрә. Урманда кәрзин һәм аш-һыу бүлмәһе бысағы, шулай уҡ йыртҡыс менән кеше көрәше эҙҙәре табыла. Белгестәр әйтеүенсә, әгәр айыу конфликттың «инициаторы» булһа, кеше тере ҡала алмаҫ ине. Моғайын, бәшмәксе менән йыртҡыс көтмәгәндә бер-береһе менән осрашҡан. Был осраҡтан һуң айыуҙар һанын көйләү өсөн һунар алып барыла. Белорет районында айыу Әхмәр ауылы янында ла аттарҙы эҙләгән һыбайлы көтөүсегә айыу һөжүм иткән. Көтөүсе һөжүм итеүсе йыртҡыстан ҡасып ҡотола. Йыртҡысты айыуҙар һанын көйләү өсөн һунар сиктәрендә аулағандар. Ул яҡынса 4-5 йәшлек, ауырлығы яҡынса 120 килограмм булған ата айыу булып сыға.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас