

МЧС хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Биологик урамында урынлашҡан шәхси йортҡа янғын һүндерергә бара. ҒӘҙәттән тыш хәлдәр министрылғының матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, ағас йортта сыҡҡан ут һүндерелгән.
«В ходе тушения пожара обнаружены трое погибших, предварительно все женщины. На месте работает дознаватель МЧС России и эксперт испытательной пожарной лаборатории», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Орджоникидзе районының тикшереү бүлеге фажиғәле янғын факты буйынса тикшереү алып бара. Янғын сыҡҡанда йортта 61 һәм 64 йәштәге апайлы-һылыулы һәм уларҙың 1972 йылғы таныш ҡатын-ҡыҙ була. Әле шаһиттарҙан һорауҙар алына, суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, янғын сығыу сәбәбе асыҡлана.
Хөрмәтле граждандар, янғынды булдырмау, һеҙҙең ғүмерҙе ҡотҡарыу һәм милекте уттан һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән, һеҙгә үҙ йорттарығыҙға автоном датчиктар урынлаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Әлеге янғын иҫкәртеүселәр ябыҡ биналарҙа ҡулланыла. Йортта аҙ ғына төтөн сыҡһа ла, был ҡуллайма уны шунда уҡ бик көслө тауыш менән белгертә. Өлкән йәштәгеләр йәшәгән йорттарға әлеге датчиктарҙы урынлаштырыу бигерәк тә кәрәк. Ћеҙҙең, туғандарығыҙҙың тормош именлеге өсөн, һеҙгә янғын сығыуын хәбәр итеүсе ҡуллайманы үҙ йортоғоҙҙа булдырырға кәңәш итәбеҙ.