ПРОИШЕСТВИЯ
23 Октябрь 2023, 11:11

Юғалған хужабикәнең кәүҙәһен һыуытҡыста тапҡандар

Кисә, йәғни 22 октябрҙә, был яңылыҡ бар Ейәнсура районын шаҡ ҡатырҙы.

Юғалған хужабикәнең кәүҙәһен һыуытҡыста тапҡандарЮғалған хужабикәнең кәүҙәһен һыуытҡыста тапҡандар
Юғалған хужабикәнең кәүҙәһен һыуытҡыста тапҡандар

Ҡот осҡос енәйәт  Иҙәштә була.  Июль айында ауылдың өлкән йәштәге инәйе юҡ була. Ҡыҙы  полицияға был турала ғариза яҙып бирә. Шу уҡ ваҡытта өләсәй менән бергә уның ейәне лә юғала.  

Өләсәйҙе эҙләү иғлан ителә. Тик тәүҙә һөҙөмтә булмай. Ә бына үткән ялда инәйҙе табалар. Ул ошоға тиклем һыуытҡыс камераһында ятҡан.

  Ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар. Әлеге ваҡытта был эш буйынса тикшереү бара. 

Читайте нас