

Был ирҙе ун ҡатындан миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләйҙәр
Бынан тыш, Чистополь ҡалаһында йәшәгән ир 2011 йылдан федераль эҙләүҙә торған.
"Ромео" бер нисә йыл буйы сайттарҙа ҡатын-ҡыҙҙар менән танышҡан. Үҙен "Роман" тип атаған.
Комплименттар менән алдаштырып, йорттарына ингән. Унан ҡорбандың картаһының пин-кодын белеп, яңы мөхәббәтенең иҫәбенә аҡса күсерә һәм юғала.
Ирҙе Стәрлетамаҡта тотҡандар, ул үҙ ғәйебен танған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, ир һаҡ аҫтына алынған.
нған