ПРОИШЕСТВИЯ
29 Ноябрь 2023, 10:25

Эсһә – туҡмарғамы?

.

Эсһә – туҡмарғамы?Эсһә – туҡмарғамы?
Эсһә – туҡмарғамы?

Фажиғә ноябрь уртаһында Нефтекамала   була. Ир кеше ҡатынының эскелек һаҙлығына батып барғанын күреп, уны гел әрләй.  40 йәшлек ир бер нисә тапҡыр уны эсеүҙе ташларға күндерә, әммә бөтә тырышлыҡтары бушҡа була.

Ҡатынының тағы иҫерек булыуын күреп, ире ярһып китә һәм уны ныҡ итеп туҡмай. Һуңынан, үҙ ҡылығының эҙемтәләренән ҡурҡып, ир тиҙ генә әйберҙәрен йыя ла өйөнән сығып китә. Бер нисә көндән өйгә ҡайтҡас, ғәйепләнеүсе ҡатынының   йәнһеҙ кәүҙәһен   таба. Уның туҡмауынан ҡатынының үлеүен белеп, ир ашығыс ярҙам һәм полиция саҡырта.

Республиканың Тәфтиш комитетында билдәләүҙәренсә, ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған һәм тәфтишселәргә хәлдең нисек килеп сығыуы тураһында һөйләгән. Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған, енәйәт эше тикшерелә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас