

Юғалған ирҙең ҡатыны ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының ҡотҡарыусылары
Хәйбулла яғына эҙҙәр буйынса юллап барып машинаны таба, 5-6 км үткәс ир кешенең дә эҙенә төшәләр.
Бәхеткә күрә, ир зыян күрмәгән - ул төндө машинала үткәргән һәм, сығырға кәрәклеген аңлап, Хәйбуллаға йәйәү барған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Улар иргә туғандарына тиклем ҡалған юлды ҡаргиҙәрҙә алып барырға ярҙам итә.