ПРОИШЕСТВИЯ
4 Ғинуар 2024, 12:15

Үгәй ҡыҙын көсләгән ир ҡулға алынған

7-се класс уҡыусыһын үгәй атаһы көсләгән.

Үгәй ҡыҙын көсләгән ир ҡулға алынғанҮгәй ҡыҙын көсләгән ир ҡулға алынған
Үгәй ҡыҙын көсләгән ир ҡулға алынған

Башҡортостан Республикаһының Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Шаран районында 1 ғинуарға ҡараған төндә 40 йәшлек ир 13 йәшлек үгәй ҡыҙын көсләгән. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән ир был башка һыймаҫлыҡ эште эскән көйөнсә баланың әсәһе өйҙә булмауҙан файзаланып ҡылған. Ҡыҙыҡайҙың әсәһе ул ваҡытта ҡайҙа булғаны билдәһеҙ. Бала әсәһенә хәлде һөйләй бирә, ул ҡыҙына ҡарата вәхшилек тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән. Ирҙе ҡулға алғандар, ул үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас