Кисә Санкт-Петербургта Wildberries тауар келәте янып китә. Ундағы бар әйбер янып юҡҡа сыҡҡан, тип хәбәр итәләр. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса компания 11 миллиард һум самаһы аҡсаһын юғалтҡан.
Санкт-Петербург ҡалаһы экологтары, табиптары төтөн менән бергә һауаға ағыулы матдәләр таралыуы ихтимал тип иҫкәртә.
“Был үҙ сиратында хроник бронхит, быума йүтәл кеүек сирҙәрҙең көсәйеүенә килтереүе бар”, - тип билдәләгән медицина фәндәре докторы Александр Карабиненко.
Янғын барлығы 70 мең квадрат метрҙы ялмап алған. Уттың таралыуы туҡтатылған. Элеге ваҡытта тикшереүселәр янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: poslednie-novosti.com