Күгәрсен районы Ерекле ауылынан ике бер туған ир-егет ҡаргиҙәрҙә сәйәхәт иткәндә, Башҡорт Үргене ауылы янына, йәғни Ерәнсә сәсән ҡәбере яғына килеп төштө. Кире шул уҡ юл менән ҡайтырға уйлағайнылар, тик бейек тауға кире менә алманылар. Икенсе юл менән юлланырҙар ине, ҡар аҫтында һыуҙыр, тип йөрьәт итмәнеләр. Аптырағас, уларға ярҙам саҡырып шылтыратыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Ҡотҡарыусылар йыйынып килеп еткәнсе ике сәғәт самаһы ваҡыт үтте. Ағаһы менән ҡустыһы был ваҡытты усаҡ яғып, йылынып үткәрҙе. Барыһы ла яҡшы тамамланды.