Йәш хоккейсылар командаһы уйынсылары Силәбе өлкәһенән Новоуральскиға ярыштан ҡайтып килгәндә автобусытың тәгәрмәсе шартлаған. Автобус транспорт ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Citroen" автомобиле менән бәрелешә.
"Citroen" водителе һәм пассажиры үлемесле йәрәхәттәр алып, һәләкәт урынында уҡ һәләк булған. Әле ЮХХДИ инспекторҙары автобуста зыян күреүселәр һанын билдәләй", - тип хәбәр итә төбәк полиция башлығы Валерий Горелых.
Уның мәғлүмәттәре буйынса, автобуста 15-16 йәшлек 18 бала, шулай уҡ тренер һәм водитель булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы хоккейсыларҙың тренеры ла тиҙ ярҙам автомобилендә алынған тән йәрәхәттәренән йән биргән. Шулай уҡ ике үҫмер ҙә дауаханаға оҙатылған.