Өфөлә пенсионерка Рәсәй урамындағы йортонда йәшәүсе күршеләренә йәшәргә ирек бирмәй. Ҡарсыҡ, лифттан сыҡмайынса, күршеләренең ишегенә тәрилкәләр, һары шыйыҡсалы банкалар ырғыта.
Уның яуызлыҡтары ошонда ғына тамамланмай. Унда йәшәүселәр әйтеүенсә, йыш ҡына төндәрен батареяларға һуға, подъезда оло ярау ҡалдыра, сүп-сар һибә, территорияны бысрата.
Бер нисә тапҡыр аҫтағы күршеһен һыуға батыра. Шул уҡ ваҡытта ҡарсыҡ образды һайлауға ижади ҡарай: ҡояштан һаҡлаусы күҙлек, каскалар, башына өрөлгән шарҙар кейә.
Күршеләре полицияға һәм табиптарға мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә барыһы ла бушҡа. Шуға ла әлегә улар ҡарсыҡтың күҙәтеү камераһы аша ҡылыҡтарын күҙәтергә генә мәжбүр.