Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
28 Март , 11:40

Йорт хужаһын баҙҙа үле килеш тапҡандар

Туғандары алдан һөйләшеү буйынса, картуф алырға килгән, тик йорт хужаһы бер ҡайҙа ла булмаған. Ихата ҡаралтыларын ҡарап сыҡҡандан һуң, ир кеше  баҙҙа үле килеш табылған.

Йорт хужаһын баҙҙа үле килеш тапҡандар
Йорт хужаһын баҙҙа үле килеш тапҡандар

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында мәйет табылған. Асыҡланыуынса, уны туғандары тапҡан. Алдан һөйләшеү буйынса, улар картуф алырға килгән, тик йорт хужаһы бер ҡайҙа ла булмаған. Ихата ҡаралтыларын ҡарап сыҡҡас, ир баҙҙа үле килеш табыла.

«Ҡотҡарыусылар һәләк булған кешене өҫкә күтәрергә ярҙам итә. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәтенең махсус автомобиле ярҙамында улар йыйылған ағыулы газдарҙан баҙҙы елләтте, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм тәфтишселәргә ваҡиға урынын ҡарарға ярҙам итте», — тип асыҡлыҡ индерҙе  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар үлем сәбәптәрен асыҡлай.

Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар граждандарҙы иҫкәртә: ер аҫты һаҡлағыстарында кешене ағыуланыуына килтереүсе еҫһеҙ ағыулы метан газы тупланыуы ихтимал. Баҙҙарҙы файҙаланғанда, бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт асылмаған булһа, һаҡлыҡ сараларын үтәү, уға төшөү алдынан бер тәүлектән дә кәм булмаған ваҡытҡа елләтеү талап ителә.

Оҙаҡламай күп хужалар тыштағы баҙҙарынан картуф сығара башлаясаҡ, шуға күрә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ, асҡас та шунда уҡ баҙға төшмәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Сығанаҡ:bashgazet.ru

Фото: "Башинформ"

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: