Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
7 Апрель , 19:30

Һаҡһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарыған

45 йәшлек балыҡсы боҙ аҫтына киткән.

Һаҡһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарыған
Һаҡһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарыған

Шаран районының Түбәнге Зәйет ауылы янындағы быуала 45 йәшлек балыҡсы башҡа балыҡсыларҙың күҙ алдында боҙ аҫтына киткән. Улар уға бер нисек тә ярҙам итә алмағандар.

Ҡотҡарыусылар мәйетте һыуҙан сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

Көндәр йылытты, күл-быуаларҙа балыҡ тотоу тыйылды. Һаҡ булығыҙ, балыҡ өсөн ғүмерең менән түләү артыҡ ҙур хаҡ булып ҡуймаһын. 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: