Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
31 Май , 14:45

Татарстанға йәнә дрондар һөжүм итә: эвакуация бара

Ике пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөргәндәр.

Татарстанға йәнә дрондар һөжүм итә: эвакуация бара
Татарстанға йәнә дрондар һөжүм итә: эвакуация бара

Татарстан предприятиеларына йәнә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткән. Атап әйткәндә, Ҡазандағы химия заводына. "Ҡазаноргсинтез"да һәм яҡындағы предприятиеларҙа эшселәрҙе эвакуациялағандар. 

Ҡазан, Түбәнге Кама һәм Яр Саллы ҡалаларындағы аэропорттарҙа самолеттар осоуын туҡтатып торғандар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, аэропорттар эшмәкәрлеге тергеҙелгән.

Әйтеүҙәренсә, ике дронды бәреп төшөргәндәр. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. 

Фото: T.ME/SHOT_SHOT

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2024-05-31/tatarstan-a-drondar-zh-m-it-evakuatsiya-bara-3792837

Автор:
Читайте нас: