Ата-әсәһе шунда уҡ үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Хәле ауыр булыу сәбәпле, пациентты медицина хеҙмәткәре оҙатыуында санитар авиация менән Республика балалар клиник дауаханаһына эвакуациялайҙар.
7 йәшлек бала ла ялан аяҡ йүгереп йөрөгәндә йыланға баҫа. Һөйрәлеүсе уның уң аяғын тешләй. Ата-әсәһе үҙаллы янбашына жгут һала һәм ағыуҙы һурып алырға маташа. Пациентты үҙәк район дауаханаһына алып киләләр, артабан стационар дауалау өсөн баланы Өфөгә ебәрәләр.
Һаҡ булығыҙ! Йылан сағыу балалар өсөн үтә лә ҡурҡыныс.
"Йәшлек"тән.