-4 °С
Болотло
Кисә, 23 июндә, Арсен ауылы янындағы Ҡаҫмарт йылғаһында ир кеше батып үлгән. Бергә байрам итеп ултырған иптәштәре ҡотҡарырға тырышып ҡараһа ла, булдыра алмай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡын һыу объекттарында булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа саҡыра. Йорттарыбыҙға ҡайғы ҡунмаһын өсөн ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә, бары уларҙы һанға һуғырға кәрәк.