Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
22 Июль , 14:45

Һыу буйында туғыҙ йәшлек бала һәм илле йәшлек ҡатын юғалған

Быйыл йылға-күлдәрҙә һыу кимәле юғары булғанғамы ҡорбандар ҙа күберәк.

Һыу буйында туғыҙ йәшлек бала һәм илле йәшлек ҡатын юғалған
Һыу буйында туғыҙ йәшлек бала һәм илле йәшлек ҡатын юғалған

Кисә ашығыс ярҙам үҙәге телефонына  9 йәшлек баланың балыҡҡа китеп юғалыуы, бәйләнешкә инмәүе хаҡында хәбәр итәләр. Был хәл Иглин районының Оло Теләк ауылында була. Бәхеткә күрә бер талай ваҡыттан һуң малайҙы ата-әсәһе үҙ аллы табып ала.

Шулай уҡ кисә кис Белорет районы Сәрмән ауылында ла Ағиҙел буйында 50 йәшлек ҡатын юғалған. Яр буйында кейемдәре генә ятып ҡалыуын күргән туғандары уны эҙләй башлай. Был осраҡ та һөйөнөслө тамамлана, ҡатынды туғандары табып иҫән-һау килеш табып ала. Уға медицина ярҙамы талап ителмәгән тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр инистрлығының пресса хеҙмәтендә.

Был ике хәлдә лә кешеләр тере ҡалды, әммә йыл башынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрығының дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса статистика һандарына ҡараһаң шаҡ ҡатырлыҡ, Башҡортостанда барлығы 56 кеше һыу ҡорбаны булған, шуларҙың 7-һе - балалар. Үткән ялдарҙа ғына 64 йәштән 69 йәшкәс 4 ир кеше һәм 9 йәшлек ҡыҙыҡай һәләк булған. Уны әле булһа водолаздар эҙләй.

Беҙҙең Оло Эйек йылғаһында ла, башҡа ҙур йылғаларҙа ла һыу күләме башҡа йылдарҙың был осорона ҡарағанда күпкә күберәк. Шуға ла күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн һыу инеүҙән тыйылып тороғоҙ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: