"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
ПРОИШЕСТВИЯ
30 Июль , 15:45

Алты йәшлек ҡыҙыҡай ҡустыһын тракторҙа тапатҡан

Бөгөн күршеләрҙә биш йәшлек малайҙы трактор тапатҡан.

Алты йәшлек ҡыҙыҡай ҡустыһын тракторҙа тапатҡан
Алты йәшлек ҡыҙыҡай ҡустыһын тракторҙа тапатҡан

Ырымбур өлкәһенең Чкалов ҡасабаһында башҡа һыймаҫлыҡ хәл осрағы теркәлгән. Биш йәшлек малайҙы трактор тапатҡан. Ә трактор руле артында уның алты йәшлек апаһы булып сыға. 

Ата-әсәһе саҡ ҡына ваҡытҡа күҙ уңынан сыҡҡан мәлдә, уйнап йөрөгән ҡыҙыҡай ҡарауһыҙ ҡалған "Уралец" тракторын ҡабыҙа һәм яңылыш ҡустыһын тапатҡан. Һөҙөмтәлә биш йәшлек ҡустыһы зыян күргән.  

Әлеге ваҡытта малай төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханала ята. Уға ярҙамға килгән тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре был хәл тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән. Тикшереү эше бара.

Хөрмәтле водителдәр, һаҡ булығыҙ!

Ошоноң кеүек күңелһеҙ хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн транспортта асҡыстарығыҙҙы ҡалдырып китмәгеҙ. Уяу булығыҙ. 

Сығанаҡ: https://dzen.ru/a/Zqi_iCMaR2Fxe-pF?ysclid=lz8avljpzd118606996

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: