0 °С
Ҡар
Баймаҡ үҙәк дауаханаһында табиптар Хәйбулла районынан йәш ярымлыҡ баланы ҡотҡарған.
Бала яңылыш аҡса йотоп ебәргән. Бәхеткә күрә ата-әсәһе ваҡытында дауаханаға алып килеп еткергән.
Табиптар тәүҙә аппарат ярҙамында аҡсаның ҡайҙа ятҡанын асыҡлай. Артабан табип-эндоскопист эндоскоп ярҙамында ашҡаҙанға төртөп төшөрә. Хәҙер баланың һаулығына хәүеф юҡ.